Белем һәм тәрбиә
18 Декабрь 2020, 13:00

"Мәктәптә уҡытыуҙы бер ни ҙә алыштыра алмай"

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры үткәргән брифингта ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин брифинг үткәреп, башта республикабыҙҙағы дөйөм мәғариф тармағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, унан хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
"Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә илдә тәүге урындарҙың береһен биләйбеҙ, – тине министр. – Шулай уҡ “Үҫеш нөктәһе” федераль проекты нигеҙендә атҡарылған эштәр йәһәтенән дә республикабыҙ алдынғы. Ә инде мәғариф системаһын һанлаштырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – беренсе урында. Ил кимәлендә ойошторолған олимпиадаларҙа исемлектең башында торабыҙ. “Ауыл мәктәбе” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, бик күп уҡытыусылар уға әүҙем ҡушылған. Башланғыс кластар уҡыусыларын бушлай ашатыу яйға һалынды".
Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, нисек кенә булмаһын, уҡыусыларҙы мәктәптең үҙендә уҡытыуҙы бүтән бер алым да алмаштыра алмай, көтмәгәндә килеп сыҡҡан насар хәл-торошта балаларҙың ғәйебе юҡ. Шул уҡ ваҡытта дистанцияла уҡытыу пандемиянан сығыу юлы түгел.
Бөгөн педагогтарҙың уртаса йәше – 52 йәш. Кемдең категорияһы юғары, стажы ҙур һәм маҡтаулы исемдәре бар, шуларҙың эш хаҡы ла юғары.
Элегерәк бәләкәй мәктәптәрҙә кабинеттар һәм мөғәллимдәр етмәү сәбәпле, бер нисә класты ҡушып уҡытыу иркен ҡулланылды. Мәҫәлән, I класс балалары "Әлифба" уҡыһа, II кластағылар математиканан мәсьәләләр сисергә өйрәнде. Билдәле, һәр бала индивидуаль шөғөлләнеүгә мохтаж, бигерәк тә башланғыс кластарҙа. Ҡушып уҡытыуҙы хупламаған Айбулат Вәкил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәй комплектлы мәктәптәргә бер уҡытыусыға бер нисә класты берләштереп уҡытыуға рөхсәт бар. Уның ҡарауы, һаман да уҡытыусылар етмәй.
Фото: ufatoday.ru
Читайте нас