Ғәҙелша шарлауығы биләмәһендәге үҙгәрештәрҙе күрәһегеҙ икән, улар барыһы ла Сибай гимназия-интернаты уҡыусыларының көсө менән башҡарылған.
Белем усағы быйыл йәй Бөтә Рәсәй “Изгелек каникулға китмәй” конкурсында ҡатнашып, грант яулауға иреште. Директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Марина Хилалова етәкселегендәге “Ирекмәндәр – эштә” тип аталған проекттың төп маҡсаты – шарлауыҡҡа илткән юлды маркировкалау һәм мәғлүмәт стендтары урынлаштырыу.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына эш булып күренһә лә, проектты тормошҡа ашырыу күп көс талап итә. Мәҫәлән, башта “Арғымаҡ” ирекмәндәр командаһы ағзалары, ошо йүнәлештә курс үтеп, белемдәрен нығыта. Унан һуң инде “Туризм” түңәрәгендә (етәксеһе – СССР буйынса альпинизм чемпионы Ф. Б. Харрасов) шөғөлләнеүселәр менән берлектә картография эштәрен башҡарып ҡайталар. Был иһә бер нисә көн ваҡытты ала, сөнки уҡыусылар туҡталҡанан алып Ғәҙелшаға тиклемге араны үлсәй, артабан схема эшләү өсөн барыһын да ҡағыҙға төшөрөп бара.
Киләһе этапта билдәләнгән маршруттар буйынса күрһәткестәр ҡуйыла. Бында сәйәхәтселәргә уңайлы булһын өсөн ике йүнәлештәге һуҡмаҡтар маркировкалана, йәғни махсус әҙерлеге булған туристар өсөн һары төҫтәге һуҡмаҡ ҡулай булһа, тәбиғәт ҡомартҡыһын күрергә килгәндәр ҡыҙыл менән билдәләнгән юлдан бара ала. Туҡталҡа янында Ғәҙелша шарлауығы хаҡында мәғлүмәтте һәм фотоһүрәттәр менән схемаһын үҙ эсенә алған ике стендтың барлыҡҡа килеүе, шулай уҡ өҫкә юл тотоусыларға ҡалған араны күрһәткән табличкаларҙың ҡуйылыуы халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра.
Барлыҡ эште тамамлағас, Сибай гимназия-интернаты турист фестивале уҙғарҙы. Грант һөҙөмтәләре булараҡ ойошторолған сарала Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан командалар ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайтты.