Белем һәм тәрбиә
22 Декабрь 2020, 15:00

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ...

Билдәле булыуынса, 7-8 декабрҙә Мәскәү ҡалаһында класс етәкселәренең Бөтә Рәсәй съезы булды. Унда Башҡортостандан Сибай гимназия-интернаты директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марина Хилалова ла ҡатнашты.

Съезда хәҙерге шарттарҙа класс етәкселәре эшенең стратегик йүнәлештәре һәм улар­ҙың һөнәри үҫеш мөмкин­лектәре, уларҙы методик яҡтан тәьмин итеү мәсьә­ләләре тураһында фекер алыштылар. Марина Хилалова иһә “Гимназия-интернат уҡыусыларҙы тәр­биәләү һәм йәм­ғиәткә яраҡлаш­ты­рыу өсөн платформа булараҡ” тигән тема­ға доклад менән сығыш яһаны.

– Мәртәбәле сара эшлекле шарттарҙа үтте, унда ҡатна­шыуыма шатмын. Класс етәк­селәренең абруйын күтәреү, методик ярҙам күрһәтеү һөнәри үҫеш өсөн ҙур этәргес булып тора. Үҙем өсөн бик күп тәжрибә алдым, – тине Марина Машал ҡыҙы.
Читайте нас