Белем һәм тәрбиә
22 Декабрь 2020, 14:56

“Һәр бала һәләтле, тик уны үҫтерә белергә кәрәк”

Шулай ти Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова.

Сибай гимназия-интернаты – төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1960 йылдың 22 авгусындағы ҡарарына ярашлы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән етем, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн 300 урынға тәғәйенләнгән ятаҡ һәм Сибай мәктәп-интернаты асыла. Бөгөн ул – республиканың 11 гимназия-интернаты араһында инновациялы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған абруйлы уҡыу йорто.


Данлы тарихы булған белем усағын тамамлаусылар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, профессор, химия фәндәре кандидаты Әхәт Мостафин, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, авиация подполковнигы Кәрим Кәшәфетдинов һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр бар. Төрлө йылдарҙа балаларға белем һәм тәрбиә биргән тәжрибәле педагогтар – Ғәлиә һәм Самат Мөхәмәтйәновтар, яҙыусылар Ҡадир Әлибаев, Мәүлит Ямалетдинов, Берйән Байымов, Лира Яҡшыбаева һәм Зөһрә Фәйзуллиналарҙың исеме лә мәктәп тарихында яҡты эҙ ҡалдырған.


Урал аръяғында ғына түгел, тотош Башҡортостанда милли кадрҙар әҙерләү буйынса тотороҡло йүнәлеш алған мәғариф учреждениеһында әле республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр һәм башҡа райондарынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 283 уҡыусы белем ала.


Сибай гимназия-интернатына ун йылдан ашыу Башҡортостандың мәғариф отличнигы Роза Бикбова етәкселек итә. Тәжрибәле педагог, оҫта ойоштороусының тырышлығы менән уҡыу йорто республика кимәлендә алдынғылар исемендә. Уҡыусыларға төплө белем биреүҙә мәктәп директорҙарының роле ифрат ҙур. Етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы икән, уҡыу йортоноң да эшмәкәрлеге юғары кимәлдә була. Шундай директорҙарҙың береһе Роза Хаммат ҡыҙы менән уҡыу йортоноң юбилей йылында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Роза Хаммат ҡыҙы, гимназия-интернат быйыл олпат юбилейын билдәләй. Белеүебеҙсә, был күркәм сараны һеҙ ҙурлап үткәрергә, бик күп ҡунаҡтар, төрлө йылдарҙа уҡыу йортонда ҡанат нығытҡан уҡыусыла­рығыҙҙы саҡырырға уйлағайнығыҙ. Әммә илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, уларҙың барыһын да тор­мошҡа ашырыу мөмкинлеге булманы.


– Ысынлап та, быйыл беҙҙең интернат-гимназияға 60 йыл тулды. Был – бик иҫтәлекле ваҡиға. Ошо йылдар дауамында уҡыу йортонда күпме уҡыусы белем алған, күпме быуындар бәйләнеше булдырылған, күпме уҡыусыбыҙ илебеҙҙә генә түгел, сит дәүләттәрҙә лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып эшләп йөрөй.


Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры бинаһына мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырып, юбилейҙы бик юғары кимәлдә үткәрергә уйлағайныҡ. Әммә пандемия беҙҙең пландарға үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Мәғариф һәм фән министрлығы менән һөйләшеп, уҡыу йортоноң юбилейын онлайн тәртибендә уҙғарырға ҡарар иттек. Үҙебеҙҙең вете­рандарыбыҙҙы һәм мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙы видеофильмдар аша бөгөнгө гимназия-интернаттың тормошо менән яҡындан таныштырасаҡбыҙ.


Мәктәпте төрлө йылдарҙа тамам­лағандарҙы, ошонда эшләп киткән уҡытыусыларҙы, шул иҫәптән хаҡлы ялдағыларҙы уҡыу йортоноң оло байрамында ҡатнашырға саҡырабыҙ.


– Пандемия осоронда дистанцияла белем алыу балалар, уҡытыусылар, хатта ата-әсәләр өсөн дә еңел түгел. Етмәһә, һеҙҙә уҡыусыларҙың күпсе­леге төрлө райондарҙан тупланған. Дистанцияла уҡытыуҙа ниндәй ауыр­лыҡтар булды, уҡыусыларҙың бары­һы ла онлайн тәртибендә белем алырға әҙер инеме? Йорттарҙа интернет тотмаған йә иһә ҡайһы берәүҙәрҙең планшеты, ноутбугы булмаған осраҡтар ҙа күҙәтелгәндер бит?

– Ысынлап та, коронавирусҡа бәйле хәл уҡытыу-тәрбиә эшендә ҙур һынау ҡуйҙы. Башҡа белем биреү учреждениелары кеүек үк, беҙҙең гимназия-интернатта ла балалар дистанцияла уҡыуға күсте. Әлбиттә, һәр осраҡтың яҡшы яғын да күрә белергә кәрәк. Онлайн юлы менән белем алыу, уҡыусыларҙың өйгә бирелгән эштәрен төрлө платформала эшләүе, һис шикһеҙ, уларҙың киләсәк тормошонда ҙур ярҙам буласаҡ. Улар хатта бер юлы ике юғары уҡыу йортонда белем эстәй, бер юлы төрлө йүнәлештә яңы һөнәр ҙә үҙләштерә аласаҡ. Икен­сенән, ата-әсәләр ҙә, онлайн-дәрестәрҙе ҡарап, социаль селтәрҙә эшләргә өйрәнде. Шулай ҙа мин уҡыусыларҙың яңынан класс бүлмәләрендә ултырыуына сикһеҙ шатмын.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының ярҙамы менән күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән XI класс уҡыусыларына планшеттар тапшырылды. Йылайырҙан һәм Магнитогорск ҡалаһынан – берәр, Баймаҡ районынан өс балаға шундай ярҙам күрһәтелде.


– Һеҙ етәкселек иткән мәктәптә белем биреүгә ҙур иғтибар бирелә. Һөҙөмтәлә уҡыусыларығыҙ республика, төбәк олимпиадаларында приз­лы урындар яулай, сығарылыш уҡыу­сылары күпләп юғары уҡыу йорттарына инә, төрлө конкурстарҙа уңыш­лы сығыш яһай. Бөгөн уҡы­тыусы заман ҡуйған талаптарҙың барыһын да үтәп өлгөрәме?

– Ысынлап та, белем биреүҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡса­тында мәғариф өлкәһе алдына етди бурыстар ҡуйылды. Һәр уҡытыусыға, үҙ эшен төплө белеүҙән тыш, заманса фекер йөрөтөргә, яңы электрон форматта дәрес биреү алымдарын белергә, хәҙерге технологиялар менән эш итергә тура килә. Бөгөн элеккесә уҡытыу мөмкин түгел, шуға күрә үҙебеҙ ҙә ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтә­ләренең йылдан-йыл яҡшырыуы, сығарылыш уҡыусыларының институт-университеттарға бюджет бүлегенә уҡырға инеүе тап ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында 42 егет һәм ҡыҙҙың 95 проценты төрлө вуздарға бюджет нигеҙендә ҡабул ителде.


– Белеүебеҙсә, педагогия коллективында үҙ эшенең оҫталары туп­ланған. Улар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

– Беҙҙең коллективта 25 уҡытыусы һәм 15 тәрбиәсе иҫәпләнә, шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Педагог­тарҙың уртаса йәше – 39. Уҡытыусы­ларҙың барыһы ла юғары белемле, уларҙың яртыһынан күберәге төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.


Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Сажиҙә Илем­бәтова, Әнүәр Аллаяров, Миңһылыу Теләүҡабулова, Әлмира Иҫәнғолова, Рәйес Морапталов, Хөрмәт Таһиров, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Әлнисә Кәримова, тарихсылар Зилә Сирғәлина менән Фәнил Ниғмәтул­линдың дәрестәрен балалар көтөп ала. Күпселек осраҡта тап ошо педагогтарҙың уҡыусылары ҡала, төбәк-ара, республика олимпиадаларында еңеү яулай.


Шулай уҡ хеҙмәт юлын беҙҙә баш­лаған йәш уҡытыусылар, ҙур уңыштарға ирешеп, балаларға төплө белем бирә, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Солтанова, “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсында ҡатнашып, лауреат булды. Ул шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең 50 мең һумлыҡ аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡарасова ла бик һөҙөмтәле эшләй, ул Силәбе өлкәһендә йәшәгән өлкәндәрҙе һәм балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары төркөмөнә инә.


Йәнә шуны ла билдәләр инем, беҙҙең гимназияға йәштәрҙең эшкә килеүе һөйөндөрә. Әле мәктәптә ике йәш белгес эшләй, уларға ҙур өмөт бағлайбыҙ.


– Һуңғы йылдарҙа мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек юлға һалына, үҙ-ара бәйләнеш булдырыла. Был йәһәттән гимназия-интернатта ниндәй эштәр алып барыла?

– Әлбиттә, мәғариф өлкәһендә заманса уҡытыуҙың яңы өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булараҡ, “Мәктәп – юғары белем” кластерының модель контексы буйынса бәйләнеш булдырыу бурысы тора. Был юҫыҡта беҙҙең өсөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – бик уңайлы платформа. Ике уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек күптән дауам итә, беҙҙең уҡыусылар институт ойошторған күп сараларҙа әүҙем ҡатнаша, конференцияларҙа сығыш яһай, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.


Һуңғы арала ғына берҙәм мәғлүмәт-белем биреү мөхите тыуҙырыу, мәға­риф һәм фән өлкәһендә партнерлыҡты киңәйтеү, үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыу­сыларын урындағы вуздарға индереү өсөн маҡсатлы эш алып барыла. Бигерәк тә һәләтле балалар менән эш юғары кимәлдә ҡуйылған.


– Роза Хаммат ҡыҙы, “һәләтһеҙҙәр юҡ, һәр кемдә ниндәйҙер талант йәшеренгән, уны табып, үҫтерә белеү генә шарт” тигән бер аҡыл эйәһе...

– Тулыһынса килешәм. Һәр бала үҙенсә һәләтле, уны ваҡытында күреп, асыҡлап, артабан үҫтереү кәрәк. Был яҡтан беҙ күпкә бәхетлерәкбеҙ, сөнки гимназиябыҙҙа дәртле, талантлы, һәләтле балалар тупланған. Һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, уҡыусыларҙың сығыштарын көндәр буйы ҡараһаң да, арымайһың.


Уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге 20 түңәрәк бар. 2007 йылдан мәктәптә эшләгән “Кендек” командаһын белмәгән кеше юҡ, барыһы ла уларҙың сәхнәгә сығыуын көтөп ала. Төркөмдөң уйынлы-ысынлы тормош күренештәренә арналған төртмә сығыштары барыбыҙҙы ла көл­дөрөп кенә ҡалмай, шул проблемаларҙы хәл итергә лә саҡыра. Раушания Рамаҙанова етәкселегендә “Кендек”тәр төрлө төбәктә ойошторолған КВН уйындарында призлы урындарға лайыҡ була.


Фәнүзә Мөхәмәтйәнова етәкләгән “Салтанат” өлгөлө бейеү ансамбле тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ансамблдә ҡыҙҙар һәм малайҙар бик ихлас шөғөлләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда бейегән уҡыусыларыбыҙ артабан да ошо сәнғәт төрөнә тоғро ҡала, яратҡан шөғөлдәрен ташламай. Репертуарында 20-нән ашыу халыҡ бейеүе булған “Салтанат”тар, Өфө, Магнитогорск, Ҡурған, Анапа ҡалалары сәхнәһендә сығыш яһап, төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡты. 2018 йылда бейеүселәр Анапала XXV халыҡ-ара мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижад күп жанрлы конкурсында Гран-при яуланы, былтыр Ырымбурҙа беренсе урын алды.


Әйткәндәй, гимназия-интернаттың өлгөлө традициялары, гәзите, музейы, үҙешмәкәр театры, телевидениеһы, гимны һәм үҙенә генә хас белем һәм тәрбиә алымдары ла бар. Традиция тигәндән, тап беҙҙең белем усағында ун йылдан ашыу яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһе үткәрелә. Сарала яҙыусының да ҡатнашыуы һәм шәхсән үҙе әҙерләгән приздарын еңеүселәргә тапшырыуы конкурсҡа мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен күтәрә.


Быйылғы конкурс онлайн тәртибендә үтһә лә, ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Былтыр бөтәһе 19 район һәм ҡаланан 80 эш тәҡдим ителгәйне, быйыл иһә 35 ҡала һәм район мәктәптәренән 241 ижади эш килде. Киләһе уҡыу йылынан конкурсты төбәк-ара кимәлдә үткәрергә уйлайбыҙ, сөнки күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә бар.


– Роза Хаммат ҡыҙы, һуңғы йыл­дарҙа “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә белем биреүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса бихисап эш башҡарыла. Һәләтле балаларҙы ижади йәһәттән үҫтереү, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, спортҡа ылыҡтырыу маҡсатында белем усағында ниндәй программалар ғәмәлгә ашырыла, ниндәй эштәр башҡарыла?

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттарҙың барыһы ла илебеҙ халҡы­ның тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар араһында “Мәғариф” милли проектына ярашлы бойомға ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты буйынса барлыҡ 16 кабинет та заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылды, информатика бүлмәһендә юғары тиҙлекле интернетҡа тоташты­рылған компьютерҙар ҡуйылды. Һәр кабинетта интерактив таҡта, ноутбуктар бар. Шулай уҡ беҙҙә робот техникаһы йүнәлешендә лә бик яҡшы эш алып барыла. Буласаҡ инженерҙарҙы информатика уҡытыусыһы Арсен Кинйәбаев әҙерләй, бөтәһе биш класс уҡыусылары робот техникаһы менән шөғөлләнә.

Һәр уҡытыусы электрон журнал менән дә эш итә, электрон картаға күсеү процесы тулыһынса хәл ителде. Ата-әсәләр ҙә балаларының нисек өлгәшеүен белеү өсөн электрон журналды көн һайын ҡарай ала.


Уҡыусыларҙы спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эшләй. Мәҫәлән, Таһир Ҡарағолов етәксе­легендә “Электрон тир”, Хөрмәт Таһировтың көрәш һәм уҡ атыу түңәрәктәрендә балалар бик теләп шөғөлләнә.


Йәнә шуны әйтер инем: беҙҙә уҡыусылар профилле йүнәлештә белем ала. Химия-биология, физика-математика һәм кадет кластары булдырылды.


– Олпат юбилейын билдәләгән гимназия-интернаттың киләсәге нисек күҙаллана? Уҡыу йорто етәксе­леге ниндәй уй-ниәттәр менән яна?

– Төп хыялыбыҙ – көньяҡ-көнсығыш райондарҙың белемгә ынтылған, һәләтле уҡыусылары өсөн уңайлы, ҙур һәм яңы бина төҙөү, төбәктә беренселәрҙән булып полилингваль мәктәп булдырыу.


Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 июлендәге ҡарары нигеҙендә 2023 йылда беҙҙең гимназия-интернат базаһында полилингваль мәктәп асы­лырға тейеш. Өр-яңы белем усағы төҙөлөп, сафҡа инһә, ниһайәт, күптәнге хыялыбыҙ бойомға ашасаҡ. Ул сағында Сибай гимназия-интернаты, йәнә бер аҙым алға баҫып, Урал аръяғында заман талаптарына яуап биргән, юғары технологиялар ярҙамында башҡорт телен уҡытыу, үҫтереү буйынса ҡеүәтле үҙәккә әйләнәсәк.


– Гимназия-интернатта белем алған балаларға, уҡытыусыларығыҙға нин­дәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

– Заманында гимназия-интернатта эшләп киткән ветеран-уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙе, ошо мәктәптә белем алған уҡыусыларыбыҙҙы, ғөмүмән, беҙҙең уҡыу йорто менән бәйләнеше булған һәр кемде күркәм юбилейыбыҙ менән ҡотлайым! Ошо мәктәптә эшләгән һәм уҡыған йылдарығыҙ ғүмерегеҙҙең иң матур, сағыу мәле булып хәтерҙә ҡалғандыр, тип ышанам. Байрамыбыҙ уртаҡ, шуға күрә гимназия-интернат менән бәйләнеште өҙмәгеҙ, берҙәм һәм бергә булайыҡ, мәктәбебеҙҙең данына тап төшөрмәйек, киләсәктә лә уҡыу­сыларыбыҙ республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең һәр төбәгендә уңышлы эшләһен. Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ!


– Фәһемле, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Сибай гимназия-интернаты артабан да башҡорт ауылдарының ул һәм ҡыҙҙарынан республика өсөн көслө милли кадрҙар әҙерләһен, уларҙың һәләттәрен асыуға, белем­дәрен арттырыуға тос өлөш ин­дереүен дауам итһен. Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!


Улар ҙа интернатта белем алған...


Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:


– Мин Сибай интерна­тының тәүге сығарылыш уҡыусыһы, ул саҡта интернат һигеҙ йыллыҡ ине. Ул үҙенә күрә сынығыу, тормош һабағына өйрәнеү осоро булараҡ иҫемдә ҡалды, әсә ҡанатынан айырым йәшәү­ҙең еңел булмауын төшөн­дөрҙө һәм шул уҡ ваҡытта үҙаллы йәшәү серҙәренә лә өйрәтте.


Бер бүлмәлә 20 ҡыҙ инек, әммә бик татыу булдыҡ: төрлө смотрҙарҙа ҡатнаштыҡ, бик күп яңы йырҙар өйрәндек, уҡытыусылар ҙа көслө ине. Шәриф Шәрипов, Лиана Ғосамовна, Сәлимә Өмөтбаеваларҙың дәресеҽ айырыуса иҫемдә ҡалған. Рус теле уҡытыусыһы Лиана Ғосамовна тасуири уҡыу өлгөләрен бирҙе, тәрбиәсебеҙ Татьяна Михайловна бик ғәҙел, балаға шәхес итеп ҡараған педагог булды. Артабан ҡайҙа ғына уҡыһам да, ошонда алған тормош һабаҡтары артабанғы көнкүрешемә һәм ижадыма нигеҙ ташы булып ятты. БР-ҙың мәғариф отличнигы Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова етәкселегендәге уҡыу йорто бөгөн халҡыбыҙҙың сәләмәт рухиәтен хасил иткән оло тәрбиә һәм белем усағына әүерелде, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Зифа БАЯЗИТОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:


– Сибай интернат-мәктә­бендә белем алыуыма сик­һеҙ ғорурланам. Мин уның 1966 йылғы сығарылы­шы­нан. Интернат яҙмы­шымда ҙур әһәмиәткә эйә булды, ғүмерлек һөнәремә ҡанат ҡуйҙы, балаларымдың белем алыуына ҙур этәргес бирҙе. Тәрбиәсебеҙ Фәрхәнә Йылҡыбаева 12 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарҙы үҙ әсәйебеҙ кеүек “йылы ҡанатына” алды, оло тормошҡа әҙерләне.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Өмөтбаеваның дәрестәре туған телгә ҡарата һөйөү уятты. Мәктәп директоры Кинйәғол Ғайсин эшләгән саҡта тап артист балалары өсөн махсус класс асыуы (икешәр ай буйы гастролдәрҙә йөрөгән ваҡытта) бигерәк тә ҙур ҡыуаныс булды. Игеҙәк ҡыҙҙарым Аида менән Әлиә лә минең мәктәбемдә уҡыны, шулай уҡ сәнғәт юлын һайлаған Арыҫлан Йәнбәков, Вадим Ғилманов, Нәркәс Искәндәровалар ҙа улар менән бергә белем алды.


Сибай дәүләт башҡорт драма театрында 48 йыл эшләү дәүерендә туған мәктәбем менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәмен, уларҙа үткән һәр сарала ҡатнашам, төрлө осрашыуҙарҙа сығыш яһайым, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм.


Барлыҡ ижади тормошомдағы уңыштарым өсөн барлыҡ тәрбиәсе, уҡытыусыларыма һәм бөгөнгө педагогия коллективына ихлас рәхмәтемде еткерәм. Мохтаждарға ярҙам иткән, һәләтлеләрҙе оло юлға сығарған, тормошҡа юл күрһәткән гимназия-интернат киләсәктә лә йәшәһен!


Гөллирә ХАЛИҠОВА, Сербиялағы “Газпром” нефть компанияһының бүлендек йәмғиәтенең нефть һәм химия йүнәлеше буйынса проекты етәксеһе:


– Мин 2001 – 2003 йыл­дарҙа математика класында белем алдым. Ике йыл ғына уҡыуыма ҡарамаҫтан, гимназия-интернат миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙе, оло тормошҡа юл асты. Уҡытыусыларым Зиләрә Нә­биуллина, Миңзәлә Усманова, Миңзәлә Дәүләтбаеваға һәм тәрбиәсем Гөлшат Юлай ҡыҙына оло рәхмәтемде еткерәм. Улар биргән белемгә таянып, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға индем, Рәсәй Фәндәр академияһында кандидатлыҡ диссертациямды яҡлап, “Газпром” нефть компанияһының Санкт-Петербург ҡалаһындағы ғилми үҙәгендә эш башланым. Бөгөн Сербияла йәшәйем.


Луиза БАЙЫМОВА, табип:

– Сибай гимназия-интернатында белем алыуым менән бик бәхетлемен. Биология уҡытыусыһы Сажиҙә Илембәтованың генетика буйынса биргән һабаҡтары медицина университетында уҡығанда ныҡ ярҙам итте. Гимназияла барыһы ла баланы үҫтереүгә, уның һә­ләт­тәрен асыуға ҡоролған. Беренсе ҡатта йәшәйбеҙ, икенселә уҡыйбыҙ, өҫтә­үенә тәмле ашаталар, яҡшы уҡыталар. Тик үҙеңә бер аҙ тырышырға кәрәк. Икенсенән, татыу ғаилә булып йәшәргә өйрәндек. Был сифат юғары уҡыу йортона килгәс тә ярҙам итте. Элекке гимназистар һәр саҡ бер-береһен яҡлай, ярҙам ҡулы һуҙа.


Мәҫәлән, Сибай гимназия-интернатын тамамлап, медицина универ­ситетының юғары курстарында белем алған йәштәр минең өсөн һәр саҡ терәк булды. Хәҙер туғандарымды үҙем алған белем усағында уҡырға өндәйем. Сибай гимназия-интернатын тамамлаһағыҙ, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫһығыҙ!

Читайте нас