Белем һәм тәрбиә
23 Декабрь 2020, 14:30

Медиаүҙәктән балалар өҙөлмәй

Бында балаларҙы дәрестән һуң дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә күрергә мөмкин. Бер нисә уҡыусы бер юлы төрлө йүнәлештә өҫтәмә дәрес алыу мөмкинлегенә эйә.

Эшмәкәрлеген күп телдәрҙе өйрәнеүгә көйләгән Өфө ҡалаһындағы 44-се полилингваль мәктәптә медиаүҙәк ике йыл эшләй. Полилингваль мәктәп директорының мәғлүмәт технологияһы буйынса урынбаҫары Мария Ғаязова белдереүенсә, балаларға медиаүҙәк һулаған һауа һымаҡ кәрәк. Мәғлүмәт технологиялары заманында йәшәүҙе иҫәпкә алғанда, бөгөн белем усаҡтарын унһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр, унда шөғөлләнергә теләгән балаларҙың һаны йылдан-йыл арта.
Бүлмә заманса ун компьютер, интерактив таҡта һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Медиаүҙәктә балаларҙы дәрестән һуң дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә күрергә мөмкин. Бер нисә уҡыусы бер юлы төрлө йүнәлештә өҫтәмә дәрес алыу мөмкинлегенә эйә. Айырыуса интервью алыу өҫтәленән, фотомөйөштән һәм хромакейҙан ҡунаҡтар өҙөлмәй икән.
Мәҫәлән, бында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, күп тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова кеүек билдәле кешеләр булып, ҡыҙҙар һәм малайҙар менән осрашҡан. Ошо арҙаҡлы шәхестәр менән әңгәмәләрҙе балалар үҙҙәре социаль селтәрҙәргә һалған. Хәҙер йөҙҙән ашыу ролик интернет киңлектәрен “гиҙә”. 14 декабрҙәге Башҡорт теле көнөнә арналғанды ла ҡараусыларҙың иҫәбе-һаны булмаған. Әйткәндәй, нәҡ ошо яңылыҡ менән танышыусылар ифрат күп булған.
Мәктәп етәкселеге, педагогтан тыш, иң әүҙем уҡыусыны медиаүҙәккә яуаплы итеп беркеткән. Бөгөн иһә гид ролен VIII класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Софья Марванова башҡара.
– Бәләкәстәр менән, ә бында I – IV класс уҡыусылары йыйылған, пластилин ярҙамында йәнһүрәт төшөрәбеҙ, – тип һөйләй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Әмирова. – Балаларҙың заман менән бергә атлауына ҡыуанысым сикһеҙ. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы шул хәтлем көслө, техниканы яҡшы беләләр. Әлбиттә, тәүҙә идея тыуа, унан эскиз яһайбыҙ, шулай итеп, уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырабыҙ.
Автор фотоһы.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас