Белем һәм тәрбиә
25 Декабря 2020, 16:30

Балалар өсөн - мобиль технопарктар

Уларҙа ағымдағы уҡыу йылы барышында ике меңдән ашыу 5 - 11-се класс уҡыусыһы белем аласаҡ.

Республикала балалар өсөн ике мобиль "Башҡортостан кванториумы" асылды.
Технопаркта ағымдағы уҡыу йылы барышында ике меңдән ашыу 5 - 11-се класс уҡыусыһы белем аласаҡ. Бында Ҡалтасы, Саҡмағош, Дыуан, Шаран, Көйөргәҙе, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай һәм Йылайыр райондары уҡыусылары инә.
Мобиль технопаркта дәрестәр үткәреү өсөн педагогтар белемен камиллаштырған.
2020 йылдың октябренән алып балалар өсөн дәрестәр дистанцияла алып барыла. Улар геоинформатика, пилотһыҙ осош аппараттары, сәнәғәт дизайны, робот техникаһы, мәғлүмәт технологиялары йүнәлештәре буйынса белем ала.
2021 йылдың ғинуарында мобиль технопарктар Ауырғазы һәм Архангел райондарына йүнәләсәк. Унда балаларға юғары технологиялы ҡорамалдарҙа ғәмәли дәрестәр үткәреләсәк, ауыл райондары проблемаларын хәл итеү өсөн инженер проекттарын булдырасаҡтар.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас