Билдәле булыуынса, быйыл, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды.
Ошо үҙенсәлекле кластарҙа уҡығандар өсөн үҙенсәлекле дәрестәр – атта һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек – үткәрелә.
Ә бындай кластар республикала әлегә өсәү генә: Өфөләге 44-се, 162-се “Смарт” полилингваль мәктәптәрҙә, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында.
Һүрәттә һеҙ Өфө ҡалаһындағы 44-се полилингваль мәктәптең (директоры – Азат Батыршин) VII класс уҡыусыларын – шайморатовсыларҙы – күрәһегеҙ.
Фото 44-се мәктәп сайтынан.