Белем һәм тәрбиә
25 Декабрь 2020, 16:15

Полилингваль мәктәптә заманса үҙәк асылды

Яңы "IT-куб" һанлы белем биреү үҙәгендә уҡыусылар ниндәй йүнәлештәр буйынса шөғөлләнә аласаҡ?

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбендә "IT-куб" балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылды. Ул Рәсәй күләмендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Үҙәкте тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, шулай уҡ мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнашты.
"IT-куб" үҙәге заман талап иткән көнүҙәк белемдәрҙе, мәғлүмәти һәм телекоммуникациялар өлкәһендәге мөмкинлектәрҙе тиҙләтелгән алымда өйрәтеүҙе, IT-өлкәлә ғәмәли эшмәкәрлеккә төшөндөрөүҙе, техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуҙы, уҡыусыларҙы IT-технологиялар һәм IT-инжиниринг менән ҡыҙыҡһындырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Үҙәк түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҡыуҙар алып барасаҡ: Python телендә программалау; мобиль ҡулланмалар; VR/AR-ҡушымталар эшләү; Java телендә программалау; кибергигиена һәм күләмле мәғлүмәттәр менән эшләү; алгоритмика һәм логика нигеҙҙәре; роботтар программалау.
Быйыл "IT-куб" балаларға һанлы белем биреү үҙәген ойоштороуға бүленгән сумма 13,2 миллион һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, Дим биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль мәктәп үҙен алдынғы эшмәкәрлек алып барған белем усағы итеп танытып өлгөрҙө. Быйыл унда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс ойошторолдо. Был кластарға иң өлгөлө, уҡыуҙа һәм тәртип йәһәтенән алдынғы уҡыусылар һайлап алына.
Фото: Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас