Белем һәм тәрбиә
25 Декабрь 2020, 20:50

Дәүләкәндә балалар баҡсаһына сират юҡ

Район хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, быға өлгәшеүгә нимә булышлыҡ иткән?

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында ике яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Уларҙың береһе – 100, икенсеҙе 130 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөш эштәрен атҡарып сығыуға ил күләмендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы булышлыҡ итте.
Республика Башлығы исеменән Дәүләкән халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев тәбрикләне. Матур традицияға ярашлы, подрядсы ойошма – “Главспецстрой” йәмғиәте директоры Семен Исачкин баҡса мөдирҙәренә символик асҡысты тапшырҙы.
"Бөгөн һеҙҙең ҡала тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға – бер түгел, ике яңы балалар баҡсаһы асыла. Ғөмүмән, социаль объекттар төҙөү Башҡортостан Хөкүмәтенең эшмәкәрлегендә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм киләсәктә лә ул дауам итәсәк. Ошондай шатлыҡлы көндә төҙөүселәргә, район хакимиәте етәкселегенә, мәғариф бүлегенә, ошо проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан бөтә кешеләргә рәхмәт әйтәм. Яңы балалар баҡсалары коллективтарына уңышлы эшмәкәрлек теләйем", - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев.
Мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары тейешенсә йыһазландырылған. Уларҙың һәр береһендә спорт һәм музыка залдары, уйын майҙансыҡтары бар, барлыҡ коммуникациялар үткәрелгән, эргә-тирә биләмә төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ баҡсаларға физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йөрөтөү йәһәтенән дә айырым шарттар булдырылған.
"Әлеге ике баҡсаны асыу менән беҙҙә мәктәпкәсә учреждениеларға сират бөтөрөлдө", - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов.
Был балалар баҡсалары былтыр төҙөлә башлағайны. Уларҙың береһе – 130 урынға иҫәпләнгәне - Дәүләкәндең Көнбайыш биҫтәһендә, икенсеһе (110 урынлыҡ) СУ-3 районында урынлашҡан. Уларҙың икеһе лә алты төркөмгә, шул иҫәптән икешәр яслегә иҫәпләнгән.
Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас