Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Белем һәм тәрбиә
27 Декабрь 2020, 09:30
Мәғариф ойошмаларына – Яңы йыл бүләге
Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда яңы мәктәп автобустарының асҡысын тапшырҙылар.
Ошо көндәрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда яңы мәктәп автобустарының асҡысын тапшырҙылар. Бәхетлеләр араһында баш ҡалалағы дүрт мәғариф ойошмаһы – 105-се гимназия, 147-се һәм 132-се мәктәптәр, Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернаты бар.
Автобустар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә һатып алынған. Һәр транспорт сараһы хәүефһеҙлек ҡайыштары, тиҙлекте сикләү, артҡа күскәндә автоматик рәүештә сигнал биреү ҡулайламаһы, тауыш көсәйткестәр, ике яҡлы элемтә сараһы, тахограф һәм ГЛОНАСС системаһы менән тәьмин ителгән.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, белем биреү ойошмалары мәктәп автопаркын тулыһынса тиерлек яңырта, ун йыл хеҙмәт иткән автобустарҙың барыһы алмаштырыла.
Әле иһә баш ҡаланың Самохваловка, Нуғай ауылдарында, Сағыу биҫтәһендә йәшәгән балалар мәктәпкә өр-яңы уңайлы автобустарҙа йөрөйәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"