Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Декабрь 2020, 23:30

Ике йылда – 28 мәктәп һәм 47 балалар баҡсаһы

Радий Хәбиров уҡытыусыларға һөҙөмтәле эшләгән өсөн рәхмәт әйтте.

2019–2020 йылдарҙа Башҡортостанда 28 яңы мәктәп һәм 47 балалар баҡсаһы төҙөлгән, һигеҙ мәктәпкә комплекслы ремонт яһалған. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ошо турала белдерҙе.
Мәғариф системаһының быйылғы үҫешенә йомғаҡ яһап, министр республикала өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындар һанын арттырыу буйынса эштең дауам итеүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге бала сертификаты биреү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, 2021 йылда уларға Нефтекама ла ҡушыла. “Демография” милли проектына ярашлы, республикала баҡсаларҙа 200 өҫтәмә урын барлыҡҡа килгән. Киләһе йыл йәнә 400 урын булдырыу күҙаллана. Мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү өлкәһендәге федераль гранттар конкурсында еңгән ойошмалар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй.
2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 800-ҙән ашыу “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәген асырға ниәтләйҙәр. 1100-ҙән ашыу мәктәпте һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итәсәктәр. Балалар өсөн туғыҙ һанлы белем биреү үҙәге ойошторола.
Мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыу дауам итә. Быйыл улар федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 115 мәктәп автобусы алған, тағы ла 61 стоматология кабинеты асылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылыҡты биләй.
Рәсәйҙә беренсе булып 2019 йылдан Башҡортостанда йәш ауыл уҡытыусылары өсөн грант булдырылды. Быйыл был ярҙамдан 150 педагог файҙаланған. 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” федераль программаһы тормошҡа ашырала. Уға ярашлы, ауылға күсергә теләк белдергән 55 уҡытыусы берәр миллион һум алды.
Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы осоронда һөҙөмтәле эшләгән өсөн республиканың уҡытыусылар берләшмәһенә рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: