Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Белем һәм тәрбиә
3 Ғинуар 2021, 15:05
Приздар фонды – 30 миллион һумдан ашыу!
Лев Выготский исемендәге халыҡ-ара конкурста ҡатнашығыҙ. Заявкаларҙы 29 ғинуарға тиклем тапшырырға кәрәк.
Быйыл Рыбаков фонды был конкурсты бишенсе йыл үткәрә. Сарала мәктәпкә тиклемге мәғариф учреждениелары педагогтары ғына түгел, башҡалар ҙа ҡатнаша ала.
Шулай итеп, алты номинациянан торған конкурста ике айҙан ете йәшкә тиклемге балалар менән эшләгән педагогтар, сығарылыш курс студенттары, аспиранттар, мәктәпкә тиклемге ойошмалар етәкселәре, мәғариф өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә әҙер йүнселдәр, педагогтар һәм ата-әсәләр, сит илдәрҙән лидерҙар көсөн һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Заявкаларҙы 29 ғинуарға тиклем тапшырырға кәрәк. Ә һөҙөмтәләр март аҙағында асыҡланасаҡ. Сарала еңеүселәр өсөн приздар фонды 30 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Конкурс тураһында тулыраҡ
https://rybakovpreschoolaward.ru/
һылтанмаһы аша инеп белергә мөмкин.
Фото:
inorehovo.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"