Бөгөн Хөкүмәт Президиумы ултырышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын “Ворлдскиллс Рәсәй” стандарттарына ярашлы моденизациялау тураһында һөйләне.
“Йәш профессионалдар” федераль проекты урта һөнәри уҡыу йорттарындағы оҫтаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мөмкинлеген бирә.
Министр әйтеүенсә, ике йылда республикала ошондай 43 оҫтахана асылған. Быйыл уларҙың һаны 67-гә етәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына һөнәри белем биреү системаһында заманса оҫтаханаларҙы әүҙемерәк үҫтерергә ҡушты.
– Эшсе һөнәрҙәре өлкәһендәге турнирҙар һәм чемпионаттар беҙҙең өсөн үҙмаҡсат түгел. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән дә республика иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейеш, – тине Андрей Назаров. – Иң мөһиме – республика өсөн эшсе һөнәрҙәренең ҡеүәтле уҡыу-етештереү базаһын булдырыу. Был үҙебеҙҙәге кеше ресурстарын даими файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Яҡшы хеҙмәт кадрҙары менән генә алға барырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға һәм иҡтисадты яңыртырға була.