Еребеҙгә яңы аяҡ баҫҡан 2021 йылды матур итеп ҡаршылау һәм ҡыҙыҡлы саралар менән башлап ебәреү маҡсатында “Башҡортостан Республикаһының Яңы йыл календары” булдырылғайны. Уға ярашлы, 25 декабрҙән алып һәр көн айырым бер тема аҫтында үтте.
Был саралар балаларҙың, урта һәм өлкән быуындың ваҡытын файҙалы уҙғарыуҙы, мәҙәниәт, тарих һәм башҡа өлкәләр буйынса белемен камиллаштырыуҙы, экологик мәҙәниәт тәрбиәләүҙе, халыҡты спортҡа һәм әүҙем йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Бөгөн ошо календарға ярашлы, һуңғы тематик көн – Белем көнө билдәләнә.
Был көнгә арналған саралар онлайн һәм оффлайн алымда үтә. Улар башлыса ғаилә һәм онлайн алымда ойошторолған өҫтәл уйындарынан тора. Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен һәм тарихын белеү буйынса лекторий, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ритмында” челлендж-марафоны, “Интеллекттар алышы” республика конкурсы, һөнәр һайлауға арналған “Һөнәри мөхит” фестивале ойоштороу ҡаралған.