Белем һәм тәрбиә
20 Ғинуар 2021, 17:00

“Полилингваль мәктәптәр – киң белем алыу мөмкинлеге”

Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Миңзәлә Ишморатова тел өйрәнеүҙең әһәмиәте, ситтә йәшәп тә, халҡың, республикаң өсөн файҙалы булыу алымдары тураһында һөйләне.

Мәскәү ҡалаһында йәшәп, “Балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү фонды”н ойошторған яҡташыбыҙ Миңзәлә Ишморатова “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында тел өйрәнеүҙең әһәмиәте, фонд алып барған эшмәкәрлек, тыуған төйәгеңдән ситтә йәшәп тә, халҡың, тыуған республикаң өсөн файҙалы булыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Был фонд 2016 йылда булдырыла. Ул сәнғәт, мәғариф һәм энергетика тармаҡтарына ҡағылышлы проекттарҙы яҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Фондтың “Мәктәп инновациялары” полилингваль белем биреү лидерҙары өсөн программа” тип аталған проекты республика Башлығының грантына лайыҡ булды. “Белеүегеҙсә, республикала полилингваль мәктәптәрҙе үҫтереү концепцияһы ҡабул ителде. Мин етәкселек иткән фонд партнерҙар менән берлектә Башҡортостандың полилингваль мәктәптәре өсөн интенсив белем биреү программаһын эшләне. Унда Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙың лекциялары, донъя кимәлендә ҡулланылған алдынғы алымдар, тәжрибәләр индерелде”, - ти фонд етәксеһе Миңзәлә Ишморатова.
Белеүебеҙсә, бөгөн беҙҙә өс полилингваль мәктәп эшләй: Өфөлә – икәү, Стәрлетамаҡта – берәү. Яҡын арала ошондай белем усаҡтары Нефтекамала, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында асыласаҡ. 2024 йылға тиклем полилингваль мәктәптәрҙе 15-кә еткереү бурысы ҡуйылған.
“Полилингваль мәктәптәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеү фонд өсөн оҙайлы йылдарға иҫәпләнгән йүнәлеш буласаҡ тип уйлайым. Былтыр ноябрҙә фонд иҫәбенә “Башҡортостандың полилингваль мәктәптәре: үҫеш векторы” тип аталған сара ойошторҙоҡ. Унда әлеге белем усаҡтарының директорҙары, төрлө фән уҡытыусылары, шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре ҡатнашты. Уларҙан бик яҡшы баһа алдыҡ”, - ти Миңзәлә Ишморатова.
“Балаларға белем биреүҙе яҡлау һәм үҫтереү фонды” директоры күп тел белеүҙең әһәмиәтен дә айырып билдәләй: “Телдәр белеү үҙ мөмкинлектәреңде яҡшыраҡ, киңерәк бойомға ашырыуға ярҙам итә. Ваҡытты үткәреп ебәрергә ярамай, телдәрҙе мәктәп осоронда өйрәнергә кәрәк. Сит телдәрҙе өйрәнеү – арыу уҡ сығым талап иткән эш, бөтә ата-әсәләр ҙә репетитор яллай алмай. Шуға күрә полилингваль мәктәпкә барған уҡыусылар өсөн был – сифатлы һәм тейешле белем алыу мөмкинлеге. Беҙ бөгөн тотош тармаҡтарҙың һәм һөнәрҙәрҙең кәрәкһеҙгә әйләнеүенә шаһитбыҙ, ә төрлө тел белеү, улар ярҙамында иркен аралашыу – көнәркәшлек шарттарында етди өҫтөнлөк”.
Яҡташыбыҙ республика етәкселеге менән хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән яҡшы мөнәсәбәт булдырылғанын билдәләй һәм, илдәге, донъялағы хәл-торош ҡатмарлы булһа ла, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеүҙең төрлө юлдарын булдырғаны өсөн шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, уның етәкселегендәге командаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас