Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт медицина университетының баш ҡаланың Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан яңы ятағын асыу тантанаһында ҡатнашты. Республика етәксеһе бинаны ҡарап сығып, буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең көнкүреш шарттары менән танышты, студенттар менән аралашты.
– Иң тәүҙә һеҙҙе Студенттар көнө менән ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. – Медицина университеты студенттарына мөрәжәғәт итеп, һеҙгә беҙҙең менән бергә үткәргән осор өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең күптәрегеҙ “ҡыҙыл зона”ла, амбулаторияларҙа эшләне, ирекмәнлек менән шөғөлләнде. Һеҙҙең тарафтан күрһәтелгән ярҙам баһалап бөткөһөҙ. Мин һеҙгә бик рәхмәтлемен.
Төбәк Башлығы яңы ятаҡтағы ремонт эштәрен юғары баһаланы һәм биш мең урынға иҫәпләнгән вуз-ара кампусты проектлаусы архитекторҙар тап ошондай кимәлгә ынтылыр, тип ышанам, тине. Билдәле булыуынса был объектты Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөү күҙаллана.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының ректоры Валентин Павлов юғары уҡыу йорто ятаҡтарының студенттар советы рәйесенә символик асҡысты тапшырҙы һәм уҡыу йортона, студенттарҙың көнкүрешенә ҡарата күрһәтелгән хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Был 1962 йылда төҙөлөп, Өфө авиация техникумы ҡарамағында булған бинаны республика етәкселеге 2020 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетына биргәйне. Биш ҡатлы ятаҡтың дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр, ул 500 студентҡа иҫәпләнгән.
Ремонттан һуң бында мобиль китапхана, интеллектуаль ял залдары, фитнес-үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Ремонт эштәренең дөйөм суммаһы 89 миллион һум тәшкил иткән. Студенттар яңы ятаҡта февраль башынан йәшәй башлаясаҡ.