Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Студенттар көнөнә арналған онлайн осрашыу уҙғарҙы. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар араһында Өфө дәүләт нефть техник университетының “Газохимия” йүнәлеше буйынса белем алған өсөнсө курс студенты Тимур Маннанов та бар ине. Ул — төрлө олимпиадалар еңеүсеһе, “Сириус” белем үҙәген тамамлаған, әлеге ваҡытта “Сириус Йәй” проекттарын алып барыусы остаздарҙың береһе.
Тимур мәктәп уҡыусыларын олимпиадаларға әҙерләү хаҡында бәйән итте һәм төбәк университеттары нигеҙендә махсуслаштырылған ғилми белем биреү үҙәктәрен ойоштороу тәҡдимен индерҙе. Әйтергә кәрәк, бындай үҙәктәр Мәскәү, Новосибирск, Екатеринбург кеүек ҡалаларҙағы федераль юғары уҡыу йорттарында уңышлы эшләп килә.
Атап әйткәндә, Тимур Маннанов химия-технологик йүнәлештәге ошондай үҙәкте Өфө дәүләт нефть техник университетында булдырырға саҡырҙы.
“Ғилми белем биреү үҙәктәре, шул иҫәптән, студенттарға ла уҡытыусы, остаз ролендә эшләү мөмкинлеген бирә. Беҙ шундай форматты Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина системаһына таянып, үҙебеҙҙең проектта ҡулланып ҡараныҡ. Уҡыусыларҙың һөҙөмтәһе көтөлгәндән күпкә яҡшы булды – беҙ һуңғы 20 йылдағы абсолют рекорд ҡуйҙыҡ, - тине Тимур. - Тап шул саҡта мәктәп-интернат хаҡында уйлана башланыҡ. Был Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәләтле балаларҙы йыйыу, лабораторияла системалы эшләү мөмкинлеген бирер ине. Тар йүнәлешле белем алыу һәм университет менән тығыҙ бәйләнештә эшләү уҡыусыларға төрлө фәнни-технологик йүнәлештәрҙәге федераль конкурстарҙа ҡатнашыу ихтималлығын арттырасаҡ”.
Владимир Путин Өфө студенты башланғысын хупланы, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығына, университет етәкселегенә әлеге тәҡдимде ҡарарға саҡырҙы.
Тимурҙың проекты (“Олимпиада хәрәкәтенең остаздар ассоциацияһы”) Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грантын отҡан, Өфө дәүләт нефть техник университетының Республика инженер лицей-интернаты базаһындағы предуниверсарийҙа тормошҡа ашырыла.
Фото: ВК/ Chemistry team | Bashkortostan