Белем һәм тәрбиә
26 Ғинуар 2021, 14:30

Уҡыусылар милли ризыҡтар менән танышты

Ишембай районының һәм ҡалаһының мәғариф усаҡтарында “Минең милли ризығым” тип аталған флешмоб гөрләп үтте.

Ишембай районының һәм ҡалаһының мәғариф усаҡтарында “Минең милли ризығым” тип аталған флешмоб гөрләп үтте. Сараның маҡсаты мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең абруйын күтәреүгә, хеҙмәт дәрестәрендә өлкән класс уҡыусыларында кулинария оҫталығы тәрбиәләүгә ҡайтып ҡалды.
Һәр мәктәп үҙенең милли ризығын һайланы. Туҡланыу буйынса технолог Римма Кинйәбаева әйтеүенсә, күптәр туҡмас, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый кеүек аш-һыу төрҙәренә өҫтөнлөк биргән.
Сара сиктәрендә Ишембай ҡалаһындағы 11-се урта мәктәптә 40 йыл дауамында ашнаҡсы булып эшләгән Елена Алексеевна Никеринаға Маҡтау грамотаһы тапшырылған.
Фото: Р.Кинйәбаева.
Читайте нас