Белем һәм тәрбиә
30 Ғинуар 2021, 15:30

Өфөлә стратегик сессия үтте

Лилиә Ғүмәрова: "Фән донъяны үҙгәртә. 2020 йылдың декабрендә республика ышаныслы еңеүгә өлгәште. Әммә тынысланырға иртә, был ҙур юлдың башы ғына..."

Өфөлә “Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге: Башҡортостан Республикаһында фән һәм мәғариф интеграцияһы һорауҙары, йәштәр һәм кампус сәйәсәте, тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәр секторына ярҙам” стратегик сессияһы уҙҙы. Биш көн дауамында республиканың юғары уҡыу йорттары һәм фән ойошмалары вәкилдәре башҡорт фәнен үҫтереү һәм алға ебәреү буйынса үҙенсәлекле стратегияһын эшләне. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенә ҡағылған йүнәлештәр буйынса эш алып барылды: фән, мәғариф, кампус сәйәсәте, фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү ҡоралдары, йәштәр сәйәсәте һәм мәғлүмәт стратегияһы.
Стратегик сессияның эш һөҙөмтәһе пленар ултырышта әйтелде. Уларҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығының Проект эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Наталья Гвоздева, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика университеттары ректорҙары тыңланы.
– Фән донъяны үҙгәртә. 2020 йылдың декабрендә республика ышаныслы еңеүгә өлгәште. Әммә тынысланырға иртә, был ҙур юлдың башы ғына. Әле беҙ, фәнде бөтә донъя процестарына индереп, юлдарҙы синхронлаштырабыҙ. Хеҙмәттәшлекте файҙаланып, еңеүгә өлгәшергә була. Республиканың яҡшы перспективалары бар, Рәсәйҙың Фән һәм юғары белем министрлығының төбәктәр ҡатнашлығындағы көн тәртибендә әйтелгән күп тәҡдимдәр эш проекттында сағылыш тапты ла инде. Бындай тәжрибә туплап, беҙгә артабан ҡайҙа барырға икәнен аңларға кәрәк, – тине сенатор Лилиә Ғүмәрова сессияла ҡатнашҡандарға мөрәжәғәт итеп.
Рәсәйҙың Фән һәм юғары белем министрлығы вәкиле Наталья Гвоздева бөтә донъяла иҫәпте “ҙур университеттарға” һәм юғары технологияларға ҡуйыуҙарын билдәләне.
“Хәҙер университеттар – төбәктәрҙе этәргән тәьмин итеүсе ул. Үҙгәрештәрҙең әүҙем флагмандары булып китәсәк Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ҡатнашыусылары икеләтә ынтылыш эшләргә тейеш. Улар сит ил университеттары оҙаҡ ваҡыт үткән ошо этап аша һикерергә тейеш, ә беҙҙә ул 10 йылға кәм. Беҙҙең бурыс ҡыуып етеү түгел, ә, етди халыҡ-ара көнәркәшлек булыуын иҫәпкә алып, аша һикереү”, – тип өҫтәне ул.
“Фәнгә һәм мәғарифҡа ярҙам итеү ҡоралдары” йүнәлеше буйынса эксперттар үҙҙәренең проекттарын яҡлап, йәш ғалимдарыбыҙға тикшеренеү юлында яңы юлдар асасаҡ республиканың грант программаларына айырыуса иғтибар итте. “Мәғариф” төркөмө яңы селтәр мәғариф программаларын ебәреүгә баҫым яһаны, эксперттар фекеренсә был белем сифатын яҡшыртасаҡ, һөҙөмтәлә беҙ юғары квалификациялы белгестәр аласаҡбыҙ. “Кампуслы сәйәсәт” төркөмө оптималләштереүгә ҡарашты һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йүнәлештәре буйынса юғары уҡыу йорттары инфраструктураһын ентекле анализлау аша сығанаҡтарҙы туплауҙы ентекләп ҡараны.
Шулай уҡ мәғлүмәт стратегияһы ла күрһәтелде, ул республика фәнен федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.
“Үҙгәрештәр – бер маҡсат менән берләшкән кешеләрҙең ныҡышмалы хеҙмәте ул. Фән консерватив мөхит, ул үҙгәрештәргә бик ауыр бирелә, әммә, беҙ алған темпты иҫәпкә алып, быйыл уҡ билдәле үҙгәрештәрҙе күреребеҙ, тип уйлайым. Беҙҙең университеттарҙа яңы лабораториялар, материалдар барлыҡҡа киләсәк – беҙ университеттарға быға тиклем ҡулланылмаған майҙансыҡтарҙы файҙаланыу мөмкинлеген бирәбеҙ”, – тип белдереҙе осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Республика Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов сессияға йомғаҡ яһап, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм фән ойошмалары вәкилдәре яҡлаған юл картаһы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең артабанғы эш нигеҙе буласағы хаҡында белдерҙе.
“Беҙҙең төп бурыс – эксперттар ярҙамында урынына еткереп, Евразия фәнни-мәғариф үҙәге программаһын ебәреү. Сессияның бурыстарының береһе – ябыуҙа һәм һайлап алыуҙа көнәркәшлек алып бара алмаған программаларҙы айырып күрһәтеү, был иһә сығанаҡтарҙы азат итеүгә килтерәсәк, уларҙы икенсе маҡсаттарға йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине спикер.
Фото: Башинформ.
Читайте нас