Белем һәм тәрбиә
30 Ғинуар 2021, 15:00

Уҡытыусыға уңыштар теләйбеҙ

Салауат ҡалаһының 1-се лицейы уҡытыусыһы Ирина Саутина “Рәсәй йыл уҡытыусыһы - 2020” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.

Волгоград ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә “Рәсәй йыл уҡытыусыһы - 2020” Бөтә Рәсәй конкурсының 15 лауреаты билдәле булды. Финалға үткән уҡытыусылар араһында Салауат ҡалаһының 1-се лицейы уҡытыусыһы Ирина Саутина ла бар.
Ирина Валерьевна конкурс дәресен Пастернак поэзияһына арнаған. Уҡытыусы әҙерләгән дәрескә уҡыусылар ғына түгел, уны онлайн рәүештә тыңлаусылар ҙа һоҡланыуын йәшермәгән. Күптәр был дәресте ҡарағандан һуң, “Пастернакты яңынан астыҡ”, “шиғырҙарын йәнә бер уҡып сығырға кәрәк” тип яҙғандар.
Бөгөн иһә уҡытыусыларҙы яңы һынау көтә – “Класс сәғәтендә” тәрбиәләү һәм баланы социалләштереү йәһәтенән оҫталыҡтарын күрһәтергә кәрәк.
Бөтөн Башҡортостан уҡытыусылары Ирина Саутинаға уңыштар теләй һәм артабанғы һынауҙарҙы уңышлы үтеп, еңеү менән ҡайтыуына өмөтләнә. Сараны онлайн рәүештә https://vk.com/video-30558759_456241184 һылтанмаһы аша инеп ҡарарға мөмкин.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.
Читайте нас