29 ғинуарҙа Волгоградтағы балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә “Рәсәй уҡытыусыһы-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының 15 лауреатын иғлан итеү тантанаһы булды.
Финалға үткән конкурсанттар араһында Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Валерьевна Саутина ла бар ине.
Салауат уҡытыусыһының Пастернактың поэзияһына арналған конкурс дәресе уҡыусыларҙы ғына түгел, онлайн режимда ҡатнашҡандарҙың барыһын да хайран ҡалдырған.
Ирина Валерьевнаның эшен күҙәткән коллегалары түбәндәгеләрҙе яҙған: “Был – юғары пилотаж!”, “Илһам биргән дәрес! Пастернактың китабын алып уҡығы килә. Рәхмәт”, “Дәрестәрегеҙ – тотош донъя! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Бик шәп дәрес”...
30 ғинуарҙа Ирина Саутина “Класс сәғәте” конкурс һынауы сиктәрендә уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм социализациялау өлкәһендә һөнәри оҫталығын күрһәтте. Конкурс һынауы регламенты: тура трансляцияла класс сәғәтен үткәреү (20 минут), жюри ағзалары һорауҙарына яуап биреү (10 минутҡа тиклем) ине.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.