Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль күп профилле мәктәбендә Башҡортостан Башлығы грантына “Һөйлә, Башҡортостан!” тигән проект тормошҡа ашырылған. Маҡсат – бер нисә сит тел өйрәнгән 5-11 класс уҡыусыларына тағы ла төплөрәк белем биреү.
– Шул иғтибарға лайыҡ, проекттың төп үҙенсәлеге – “IDEL” тигән полилингваль олимпиада уҙғарҙыҡ, – тип һөйләй педагогтар. – Аҙаҡтан инде сит телдәр өйрәнгән лагерҙарҙа ҡыҙ һәм малайҙарҙы ял иттереү, төрлө ярыштарҙа еңеү яулаған балаларҙы ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү кеүек уй-пландар тураһында ла уйланабыҙ.
Олимпиада ике өлөшкә бүленеп ойошторолған. Тәүгеһе – дистанцион үткән, икенсеһе 44-се полилингваль күп профилле мәктәптә уҙғарылған. Иң-иңдәр бүләктәр алып ҡыуанған.
Фото: 44-се полилингваль мәктәп.