Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының “Яркий” микрорайонындағы 202-се полилингваль балалар баҡсаһын һәм 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбенең “IT-Куб” балалар өсөн һанлы мәғариф үҙәген барып ҡараны.
202-се балалар баҡсаһы быйыл ғинуар урталарында асылды, ул 180 урынлыҡ. Балалар баҡсаһы мөдире Юлиә Ғөбәйҙуллина әйтеүенсә, ҡыҙ һәм малайҙар уйын формаһында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика полилингваль учреждениелар төҙөү тәңгәлендә әүҙем эшләй. Белем усаҡтарында балалар туған телдә һәм сит телдә иркен аралаша.
“IT-Куб” – мәктәп балаларына өҫтәмә белем биреүҙә өр-яңы формат. Маҡсаты – мәғлүмәт һәм телекоммуникациялар өлкәһендә тәрәнерәк белемде тиҙерәк алыу. “IT-Куб”ҡа бушлай 450 бала йөрөү мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, 2022 йылға республикабыҙҙың ҡала-райондарында туғыҙ “IT-Куб” барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.