Ирина Саутина – Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Яҡташыбыҙ “Йыл уҡытыусыһы – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Йәнле бөйөк рус теленә һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн” тигән номинацияла еңеү яулаған.
Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Ирина Валерьевнаны поездан ҡаршы алырға Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин бер төркөм фекерҙәштәре менән бергә барҙы.
– Беҙ оло ғорурлыҡ һәм тулҡынланыу менән был мәртәбәле конкурсты күҙәтеп барҙыҡ, – тине Илдар Марат улы. – Әлбиттә, бәйгелә һынатмауығыҙға тулыһынса ышандыҡ, өмөттәр аҡланды.
Илдар Мәүлетбирҙин Ирина Саутинаға киләсәктә лә уңыштар, быға хәтлем яуланған бейеклектәрҙән тыш тағы ла үрҙәр яулауын теләне.
Үҙ сиратында, “Башҡортостан” гәзите лә педагог Ирина Валерьевнаны ҙур еңеүе менән ҡотлай!
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.