Белем һәм тәрбиә
10 Февраля 2021, 10:39

Белем усаҡтары замансалаштырыла

Билдәле булыуынса, 2018 йылдан башлап республикала “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә һигеҙ төбәк программаһы эшләп килә. Архангел районында был программаларҙың ҡайһыһы эшләй һәм ул нисек ғәмәлгә ашырыла? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында мәғариф бүлегенең һанлы мәғариф мөхитенә яуаплы белгесе Наталья Курковаға мөрәжәғәт иттем.

Билдәле булыуынса, 2018 йылдан башлап республикала “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә һигеҙ төбәк программаһы эшләп килә. Архангел районында был программаларҙың ҡайһыһы эшләй һәм ул нисек ғәмәлгә ашырыла? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында мәғариф бүлегенең һанлы мәғариф мөхитенә яуаплы белгесе Наталья Курковаға мөрәжәғәт иттем.
Архангел районында 17 мәк­тәптә 2176 бала белем һәм тәрбиә ала. Уҡыусыларға заман талаптарына яуап биргән белем биреү өсөн байтаҡ эшләнә районда. Архангел ауылындағы 1-се дөйөм белем биреү урта һәм Максим Горький урта мәктәптәренә “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса технология, информатика һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинеттары йыһазландырылған. “Һанлы мәғариф мөхите” прог­раммаһы буйынса Архангелдәге 2-се урта, Валентиновка, Абҙан урта мәктәптәренә дәрес ваҡытында ҡулланыу өсөн уҡыусыларға – 30, уҡытыусылар өсөн алты ноутбук, күп функциялы ҡоролма һәм ике интерактив таҡта ҡайтарылған. Хәҙер инде был мәктәптәрҙә заманса белем биреү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа бар тип әйтергә була.
– Беҙҙең 1-се урта мәктәп “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса йыһазландырылды. Унан килеп былтыр мәктәбебеҙгә капиталь ремонт эшләнде. 1964 йылда төҙөлгән бина быға тиклем ремонт, яңы йыһаз күргәне юҡ ине әле, шуға ла етәкселеккә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, – ти информатика уҡытыусыһы Лилиә Ғәбитова.
Архангелдәге 1-се урта мәктәп хаҡында һүҙ йөрөткәндә, шуны ла билдәләргә була: капиталь ремонттан һуң бында барлыҡ класс бүлмәләре генә түгел, ике спорт залы, ашхана, китапхана ла өр-яңы төҫ алған. Китапхана эргәһендә шахмат класы ла булдырылған. Мәктәптә шахмат дәресе мотлаҡ уҡытыла торғандар исемлегенә ин­дерелгән. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, зиһенлелеген арттырыу өсөн шахмат дәресе бик кәрәкле, ти белгестәр. Шулай була күрһен, ил етәкселеге мәғариф тар­мағына шундай ҙур суммала инвестициялар (милли проекттарға 784,5 миллиард һум) йүнәлтә икән, уның һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, буласаҡ.
Читайте нас