Белем һәм тәрбиә
10 Февраль 2021, 16:30

Технопарк Архангелдән Балтасҡа күсә

Архангел районының Тирәкле ауылында күсмә кванториум йүнәлештәре буйынса уҡыуҙар тамамланды.

Архангел районының Тирәкле ауылында күсмә кванториум йүнәлештәре буйынса уҡыуҙар тамамланды. Балалар проекттарҙы мауығып үҙләштерҙе, командала эшләргә өйрәнде, яңы тәжрибәгә эйә булды, белем алды, юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләп ҡараны.
Сәнәғәт дизайны, робот техникаһы буйынса күнекмәләрҙә скетчтар һәм макеттар нигеҙендә Corel Draw һәм Tinkercad программаларында смартфон өсөн аҫлыҡтарҙың 3Д-моделен проектланылар, артабан деталдәрҙе лазер ярҙамында граверлау станогында фанеранан киҫтеләр һәм 3Д-принтерында баҫтырып сығарҙылар. АЭРО/ГЕО буйынса дәрестәрҙә балалар тәүге көндән үк проект эшмәкәрлегенә “сумды”, төрлө ғәмәлдәрҙе башҡарған дрондарҙы программаларға өйрәнде.
15 – 26 февралдә күсмә технопарк республиканың Балтас районында эшләй.
Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостан кванториумы” күсмә технопарктары 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы ғәмәлгә индерелгәйне.
Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас