Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов балаларҙың нисек туҡланыуын белеү өсөн 103-сө мәктәптә һәм 161-се лицейҙа булған. Тап ошо учреждениеларҙа ошо мәсьәлә буйынса дәғүәләр етерлек.
Тикшереү һөҙөмтәләре менән етәксе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
Уның күҙәтеүҙәре буйынса, уҡыусылар ҡайһы бер аҙыҡтарҙы ашауҙан бөтөнләй баш тарта, мәҫәлән, арпа бутҡаһын тәмләп тә ҡарамайҙар. Шулай булғас, ниңә уны бешерергә тигән һорау тыуа.
“Уҡыусыларға мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Уларға нимә оҡшауын һорашыу мөһим. Аҡсаны юҡҡа әрәм итмәү өсөн туҡланыуҙы нисек ойоштороу йәки был аҙыҡты ниндәй башҡа блюдоларға алыштырыу мөмкинлеген уйлашырға кәрәк. Ошо хаҡта балалар һәм ата-әсәләр менән йышыраҡ фекер алышырға тәҡдим итәм”, - тип яҙҙы Айҙар Бәҙғетдинов.
Билдәле булыуынса, мәктәптә туҡланыу мәсьәләһен Башҡортостан Башлығы ла күп тапҡыр оператив кәңәшмәләрҙә күтәрҙе. Был мөһим мәсьәләгә ата-әсәнең дә фекерен ишетке килә: балағыҙ мәктәптә ниндәй аҙыҡтарҙы ашамай? Ысынлап та, сүп биҙрәһенә түгелгән аҙыҡ та, ас ҡалған балалар ҙа йәл бит.