Белем һәм тәрбиә
14 Февраль 2021, 18:05

Йәш КВН-сылар көс һынаша

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан КВН-ы юниор-лигаһының ярымфиналы үтә. Һигеҙ мәктәп командаһы финалға сығыу өсөн көс һынаша.

Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан КВН-ы юниор-лигаһының ярымфиналы үтә. Һигеҙ мәктәп командаһы сирек финалды уңышлы үтеп, инде финалға сығыу өсөн көс һынаша.
Уҡыусылар үҙҙәренең ихлас уйыны, актерлыҡ оҫталығы, көлкөлө сығыштары менән тамашасыларҙы ла, жюриҙы ла ҡыуандыра.
Ярымфиналда уйнағандарҙың һәр береһе сағыу, талантлы, шуға күрә лә уларҙы баһалап, иң-иңдәрен һайлау жюри ағзаларына еңел булмаҫтыр, моғайын. Финалға кем сығыр икән тигән һорау әлегә асыҡ ҡала.
Юниор-лига миҙгеле 2020 йылдың көҙөндә башланғайны. Октябрҙә онлайн тәртиптә һайлап алыу турҙары үтте. Уйындарҙа республиканың ун муниципаль берәмегенән 25 команда ярышты. Ә ярымфиналға инде, алда әйтелгәнсә, уларҙың араһынан иң көслө тип табылған һигеҙе барып етте.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: сара республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә.
Фотолар: "Башинформ".
Читайте нас