Белем һәм тәрбиә
15 Февраль 2021, 13:30

Туберкулезға ҡаршы балалар баҡсалары тикшерелә

Етешһеҙлектәр раҫланһа, етәкселәр эштән китәсәк.

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә Өфөнөң туберкулез менән сирле балалар өсөн махсус балалар баҡсаларына бәйле ялыу килгәйне. Унда билдәләнеүенсә, был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына туберкулезға ҡаршы диспансерҙа иҫәптә тормаған һау балаларҙы ла алалар икән. Үткән аҙнала Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәтенә был мәсьәләне контролгә алырға һәм баш ҡаланың ошо йүнәлештә эшләгән алты балалар баҡсаһын тикшерергә ҡушты.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был мәсьәлә йәнә күтәрелде. Радий Хәбиров тикшереү йомғаҡтарын прокуратураға тапшырырға ҡушты. Әгәр ысынлап та унда һау балалар алыныуы асыҡланһа, ул мөдирҙәр эштән ебәреләсәк.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, был балалар баҡсаларына йөрөгән 600 баланың 40-ында медицина талаптарына яуап бирмәгән справкалар булған. Был етешһеҙлек һанала. Тикшереү дауам итә һәм уның һөҙөмтәһе буйынса ғәйеплелер яуаплылыҡ тотасаҡ.
– Әгәр бала ысынлап та сирләй, ә белешмәһе тейешлеһе урынына икенсе икән, был осраҡта етәкселек хатаһын төҙәтһен. Балаларҙы йонсотмағыҙ. Тик әгәр был учреждениеларға сирләмәгән балалар йөрөй икән, етәкселәр ҡыуылырға, ә материалдар прокуратураға тапшырылырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: sanatoria.ru
Читайте нас