Белем һәм тәрбиә
16 Февраль 2021, 18:15

“Ҡарар ҡабул итер ваҡыт етте...”

Профессор Руслан Вәлиев Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарының ҡушылыуы буйынса үҙ фекерен әйтте.

Рәсәйҙәге һәм донъялағы физик металды һәм күләмле наноструктуралы материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендәге әйҙәүсе ғалим, ошо өлкәләге яңы йүнәлештәрҙең береһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика һәм математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Руслан Зөфәр улы Вәлиев Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарының ҡушылыуы буйынса үҙ фекерен әйтте.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә мәғариф һәм фән өлкәһендә сифат насарайыу һиҙелә. Был хәл, көҙгөләге кеүек, Өфө дәүләт нефть техник университетында ла сағыла. Уҡырға ингән абитуриенттарҙың һаны һәм сифаты кәмей. Уҡытыусыға йөкләмә арта. Һөҙөмтәлә улар фән менән шөғөлләнә һәм белемен камиллаштыра алмай. Тикшереү ҡорамалдары ла иҫкерә.
Юғары уҡыу йорто фәнен финанслау хәле шом һала. Федераль бюджеттан ярҙам көтөп булмай. Ә фәнһеҙ, билдәле булыуынса, мәғарифта ла хәл яҡшырмаясаҡ.
Ҡарар ҡабул итер ваҡыт етте. Бының менән беҙ тотҡарландыҡ. Күрше төбәктәр, мәҫәлән, Татарстан алдараҡ бара. Күп нәмә административ ресурсҡа, республика ярҙамына бәйле. Ҙур форумдарҙа, күргәҙмәләрҙә Татарстандағы юғары уҡыу йорттарының павильондары һәр саҡ күрмәлекле. Беҙҙәге проблеманы хәл итеү юлдарының береһе – көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштереү, матди-техник базаның, инфраструктураның нығытылыуы. Әлбиттә, ойошмаларҙың ҡушылыуы – йыш ҡына ауыр процесс. Һәр ҡарар шәхсән, эҙемтәләрҙе баһалап, төрлө ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ҡатнашлығы менән етди һөйләшеүҙән һуң ҡаралырға тейеш. Әммә беҙ ыңғай миҫалдарҙы күп беләбеҙ. Мәҫәлән, Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты. Уға Яр Саллы, Алабуға, Чистополь институттары ҡарай. Һәм университетҡа федераль, шулай уҡ төбәк күләмендә һиҙелерлек финанс ярҙамы бар.
Бергә эшләүҙең формаһын асыҡлау, яуаплылыҡ зоналарын бүлеү, юл картаһын ойоштороу мөһим. Йылдар буйы барлыҡҡа килгән бәйләнештәрҙе боҙоу түгел, уларҙы файҙаланып, төҙөү, үҫеү зарур.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас