Белем һәм тәрбиә
16 Февраль 2021, 17:15

Иҫке Ишембай яңыра

Ярты быуат тигәндә мәктәп бинаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.

Иҫке Ишембай биләмәһендә йәшәгән кескәйҙәрҙең шатлығы ҙур. Капиталь ремонттан һуң белем биреү учреждениеһы ишектәрен асты.
1993 йылда асылған кескәйҙәр төркөмө 4-се мәктәптә урынлашҡан. Бөгөн унда ике йәштән ете йәшкә тиклемге 18 бала йөрөй, уларҙың барыһы ла ошо биҫтәлә йәшәй.
2020 йылдың йәйендә 4-се мәктәптең бинаһына тәү тапҡыр капиталь ремонт үткәрелде. Ярты быуат тигәндә бина танымаҫлыҡ булып яңырҙы.
Мәктәп бинаһын ремонтлау ҡарары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 2019 йылдың ноябрендә Иҫке Ишембай халҡы менән осрашыу барышында ҡабул ителде. Республика ярҙамында белем биреү учреждениеһының ҡыйығы, тәҙрәләре, иҙәндәре, ишектәре, йылылыҡ һәм канализация системалары алыштырылды, биҙәкләү эштәре башҡарылды, яңы компьютер класы асылды.
Ошо Иҫке Ишембай ҡасабаһынан башланған да инде ҡала үҫеше. Халыҡ уны “Һул яҡ яр “ тип атап йөрөтә. Балалар бында аҙ түгел. Яңыртылған мәктәп ата-әсә өсөн дә бик уңайлы. Һәр кемдең дә балалары менән ҡалаға йөрөү мөмкинлеге юҡ.
Фотоларҙың береһендә төркөм тәрбиәсеһе, учреждениела 30 йыл хеҙмәт иткән Альбина Латипованы кескәйҙәр менән бергә күрәһегеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас