Белем һәм тәрбиә
17 Февраль 2021, 06:30

“Балалар физкультура дәрестәрен һағынған...”

һигеҙ ай буйы физкультура менән шөғөлләнмәгән балаларҙы нисек спортҡа йәлеп итергә?

Башҡортостанда физкультура дәрестәренә йөрөүселәр артҡан. Был хаҡта физкультура уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреү курстарында шөғөлләнеүселәр һөйләй. Стәрлетамаҡ колледжында республиканың ҡырҡҡа яҡын ҡала һәм райондарынан йыйылған уҡытыусылар белемдәрен арттырыу өҫтөндә эшләй. Пандемия уларҙы уҡытыу системаһына яңы күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте, сөнки уҡыу программаһындағы өҙөклөктәр ҙур ҡамасаулыҡ тыуҙырҙы. Өҫтәүенә алда физкультура уҡытыусыларының республика конкурсы тора.
Яңы шарттарҙа – яңы тәҡдимдәр. Мәҫәлән, һигеҙ ай буйы физкультура менән шөғөлләнмәгән балаларҙы нисек спортҡа йәлеп итергә? Имгәнеүҙәр булмаһын өсөн бик иғтибарлы булыу кәрәк.
- Балалар физкультура дәрестәрен, спорт уйындарын һағынған, - ти Нефтекамалағы 11-се мәктәп уҡытыусыһы Альберт Шәрипов. - Дәрестәрҙә ҡатнашҡан уҡыусылар һаны артыуы һөйөндөрә.
- Фекер алышыу өсөн темалар күп: махсус спорт программаларын тормошҡа ашырыу, физик көсөргәнешкә балаларҙы әҙерләү, күләмле саралар үткәреү. Гигиенанан психологияға тиклем – бөтәһе лә мөһим,- ти Стәрлебаш районы спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов. - Мәктәптәр профессиональ спорт өсөн яҡшы нигеҙ булып тора.
Физкультура уҡытыусылары өсөн үткәрелгән был тәүге курс. Моғайын, һуңғыһы ла түгелдер, сөнки алда үтәсәк республика конкурсында иң яҡшы физкультура уҡытыусыһын һайлаясаҡтар.
Фото:123ru.net
Читайте нас