Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә 260 урынлыҡ “Йылмайыу” балалар баҡсаһы асылды.
Бинаның майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу. Подрядсыһы – “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. “Демография” милли проектына ярашлы, Башҡортостан ҡаҙнаһынан төҙөлөшкә 179 миллион һум бүленгән.
Балалар баҡсаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бында ҡаҙанлыҡ, психолог һәм логопед бүлмәләре, һынлы сәнғәт студияһы, медицина пункты, уйын майҙансыҡтары бар. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡатнаш төркөм асыу ҡаралған.
Әйткәндәй, “Йылмайыу” – районда иң ҙур балалар баҡсаһы. Уны сафҡа индереү менән балалар баҡсаһына сират кәмейәсәк.