Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2021, 15:00

Ғалимдар ниндәй фекерҙә?

Флүр Исмәғилев вуздарҙы берләштереү урынына уларҙың консорциумын булдырырға тәҡдим итте.

Бөгөн Башҡортостанда ике ҙур вуз БДУ менән ӨДАТУ-ны берләштереү мәсьәләһенә арналған ҙур һөйләшеү булды. Унда Хөкүмәт вәкилдәренән тыш, был уҡыу йорттарының ректорҙары һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Улар ниндәй фекерҙә икән?
Башҡорт дәүләт университетының математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы, физика-математика фәндәре докторы, профессор Йыһанур Фәзуллин көслө абитуриенттарҙың Башҡортостандан китеүенә хафаланыуын белдерҙе. Шулай уҡ йәш ғалимдарҙың фәндән китеүен дә проблема тип атаны. Вузды тамамлаған студенттар шунда уҡ баҙарҙа 40 меңлек хеҙмәт хаҡы булған эш таба, ә аспиранттарға бындай аҡсаға етер өсөн байтаҡ йылдар эшләргә тура киләсәк.
Өфө дәүләт авиация техник университетының электр механикаһы кафедрһы мөдире Флүр Исмәғилов иһә киреһенсә, был йәһәттән уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уларҙа күп һанлы коммерцияға ҡараған контракттар арҡаһында кафедра аспиранттары 60-70 мең һумлыҡ эш хаҡы ала. Уларҙы даими рәүештә сит ил вуздарына стажировка үтергә саҡыралар.
Ул вуздарҙы берләштереү урынына уларҙың консорциумын булдырырға тәҡдим итте.
– Ике вуздың консорциумын булдырырға тәҡдим итәм, аҙаҡ унда БДПУ, БДМУ, БДАУ ҙа ҡушыла алыр ине. Был консорциум хоҡуғындағы Ҙур университет булыр ине, ә уҡыу йорттарының юридик статусы һаҡланыр ине. Был осраҡта лицензия, тарих, бренд юғалмай, барыһы ла һаҡлана. Ә беҙҙе механик рәүештә берләштерһәләр, тарихыбыҙ булмаясаҡ, – тигән фекер белдерҙе ул.
Башҡортостан Башлығының Фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов белдереүенсә, был һорау элек тә ҡаралған.
– Был турала беҙ элек тә һөйләшкәйнек. Тик ысынбарлыҡта ул эшләмәй, тик ҡағыҙҙа ғына ҡала. Һәм һәр кем үҙ йүнәлеше менән шөғөлләнеүҙә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта “Приоритет – 2030” програмаһында шарт ҡуйылған – финанслау университеттар ҡушылған осраҡта ғына биреләсәк. Консорциум – был программаның айырым өлөшө һәм уның бурыстары башҡа, – тине ул.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас