Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2021, 11:30

"Беҙҙең уртаса түгел, ә иң яҡшы булғыбыҙ килә!"

ӨДАТУ ректоры Сергей Новиков фекеренсә, вуздарға маҡсаттарға өлгәшеү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн үҙгәрергә кәрәк.

Республиканың ике юғары уҡыу йортон берләштереү мәсьәләһенә был вуздарҙың ректорҙары нисек ҡарай икән? Бөгөн тура эфирҙа ошо темаға ҙур һөйләшеү булды һәм үҙ фекерен Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков белдерҙе.
Уның фекеренсә, вуздарға маҡсаттарға өлгәшеү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн үҙгәрергә кәрәк.
– Беҙ артта ҡалған фекерләү ҡорбандары булмаҫҡа тейешбеҙ. Был – техник прогресҡа, яңылыҡ индереүгә ҡаршы тороу. ӨДАТУ менән БДУ – һәйбәт уртаса вуздар. Ә беҙҙең иң яҡшылар булғы килә. Бының өсөн ҡыйыу ҡарарҙар кәрәк. Ун йыл эсендә беҙ биш мең самаһы студентты юғалттыҡ. Татарстан менән сағыштырғанда беҙҙә бер ғалимға булған финанслау ике тапҡырға әҙерәк. Беҙ финанслау өсөн көрәшергә тейеш. “Приоритет 2030” программаһы яңы, тик уны алдан уҡ кире ҡағыу – дөрөҫ түгел, – тине ул.
Сергей Новиков был ике юғары уҡыу йортон берләштереүгә ҡаршы булған кешеләргә Башҡортостандың юғары белем биреү системаһын реорганизациялауҙың һөҙөмтәлерәк юлын табырға тәҡдим итте.
Фото: Твиттер.
Читайте нас