“Коммерсантъ-Башҡортостан” баҫмаһы тура эфирҙа Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһенә арналған һөйләшеү ойошторҙо. Был мәсьәләгә үҙ фекерен Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдерҙе.
"Әлеге ваҡытта беҙҙең университеттар көндән-көн үҙ позицияларын юғалта бара. Был, башлыса, беҙҙең федераль программаларға инмәүебеҙгә бәйле. Хәҙер беҙ йә ҡотолоп ҡалабыҙ, йә йәнә “беҙ үҙаллы, беҙ былай ҙа яҡшы” тип ситтә ҡалыуыбыҙ ихтимал. Нимәбеҙ яҡшы булһын?" – тигән фекер әйтте ул.
Ростислав Мырҙағолов фекеренсә, беҙгә хәҙер программаға инергә һәм миллиардтан ашыу аҡса алырға йәки илдең башҡа 700 юғары уҡыу йорто кеүек бер ниһеҙ ҡалырға ғына ҡала.
"Беҙ шул 700 иҫәбендә ҡалабыҙмы, әллә иң яҡшы ун иҫәбенә ынтылабыҙмы? Бәләкәй юғары уҡыу йорттары йәшәй алмай. Әгәр беҙ ҙә тейешле кимәлгә үрелмәһәк, ситтә тороп ҡаласаҡбыҙ. “Фейсбук”та аҡыллы кешеләрҙең яҙған асыулы постарын күреү аптырата. Мин уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын аңлайым. Һәр юғары уҡыу йортонда 20-30-ар етәксе ултыра, уларҙың үҙ позицияларын юғалтҡыһы килмәй. Ә һеҙҙең ҙур, ысын университетта ҙур позиция өсөн дәғүәләшкегеҙ килмәйме?" – тине Ростислав Мырҙағолов.