Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2021, 12:30

Вуздарҙы эреләндермәй, алға барып булмай

Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов фекеренсә, бөгөн тармаҡ университетына донъяның ғилми картаһында күренекле булыуы бик ауыр.

Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов фекеренсә, бөгөн тармаҡ университетына донъяның ғилми картаһында күренекле булыуы бик ауыр. Был турала ул ике юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереүгә арналған һөйләшеүҙә әйтте.
– Әгәр 1990 йылдарҙа Рәсәй университеттары Ҡытайҙыҡынан ғилми тикшеренеүҙәр сифаты йәһәтенән алда булһа, хәҙер киреһенсә. 2030 йылға тиклем артта ҡалыуыбыҙ 40 тапҡырға тиклем етеүе ихтимал, – тине ул. – Институттарҙы баһалауҙың төп өс рейтингынан күренеүенсә, әлеге ваҡытта иң яҡшы 100 вуз иҫәбенә ингән уҡыу йорттарының 68-е – прогопрофилле, уларҙа дисциплина-ара йүнәлеше үҫтерелгән. Бөгөн тармаҡ вузына донъяның ғилми картаһында күренекле булыуы бик ауыр.
Руслан Ҡазыханов миҫал итеп Францияны килтерҙе. Бында 1968 йылда бәләкәй университеттарҙың юғалыуын аңлағас, уларҙы ҡушып, эреләткәндәр. 2010 йылда бында 20 ҙур университет булдырыу программаһы эшләй башлаған. Данияла ла ошо уҡ тенденция күҙәтелә.
– Рәсәй ҙә был турала уйлай. Бөгөн ҙур университеттар идеяһы Томск, Төмән өлкәләре, Силәбелә хәл ителә. Бөтәһенең дә трендта булғыһы килә. Был яҡшы тормоштан түгел, бөтәһенең дә дәғүәләшкеһе килә. Университет – кадрҙар әҙерләү урыны ғына түгел, ул дәүләт менән бизнестың фәнде, белем биреүҙе үҫтереү, бизнесҡа яңы идеялар булдырыу йәһәтенән партнеры. “Приоритет – 2030” программаһы, шул иҫәптән донъя кимәлендәге 10 вузды асыҡларға тейеш. Йәлеп ителгән аҡсаларҙың юғары планкаһы алып ташланды. Хәҙер сит ил студенттарын килтерергә, донъя кимәлендә танылған ғалимдарыбыҙҙы ҡайтарырға кәрәк. Беҙгә академик рекрутинг менән шөғөлләнергә кәрәк. Республиканың бөгөнгө вуздары киңлектәре быны эшләү мөмкинлеген бирмәй. ӨДАТУ-ла фән күләме кәмей. Беҙҙең вуздарҙа бер ғилми хеҙмәткәр өсөн йылына 250-нән 400 мең һумға тиклем аҡса бүленә, ә башҡа төбәктәрҙең алдынғы вуздарында – миллион һумға тиклем. Беҙҙең алда илдә был йәһәттән билдәле булыу бурысы ҡуйыла, – тине ул.
Фото: видеонан стоп-кадр.
Читайте нас