Ниндәй генә мәктәпте алһаң да, иң тәүҙә унда ижади эшләгән уҡытыусылар күҙгә ташлана. Хәйбулла районының Яңы Ергән урта мәктәбендә белем биргән Рәйфә Рәхмәтова –тап шундайҙар рәтендә. Эшенә мөкиббән ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә үҙ алымдары булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы – балаларҙың яратҡан остаздарының береһе, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүсе.
Заман менән йәнәш атлаған, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән Рәйфә Рәхмәтова, 2020 йылда республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә иң һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусы булараҡ, район хакимиәте башлығы ҡулынан Диплом һәм сертификат менән бүләкләнгән.
Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында пионер вожатыйы булып башлай, белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Артабан Сиҙәм урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Яңы Ергән ауылы егете Ғәлиәхмәт Рәхмәтовҡа кейәүгә сыҡҡас, йәш уҡытыусыға үҙ һөнәре буйынса мәктәптә эш урыны булмай. Бында ла юғалып ҡалмай ул: ун йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын тарта. Был ауыл үҙенең күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Сиҙәм күтәреү осоронда был яҡтарға Ҡалтасы районынан бер төркөм удмурт халҡы килә һәм ошонда төпләнеп ҡала. Шулай уҡ ауылда башҡорттар, рустар, сыуаштар, тажиктар йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ үҙ-ара татыу, берҙәм һәм матур донъя көтә. Күп милләтле ауылда мәҙәни тормошто алып барыу ҙа еңелдән булмағандыр, әммә Рәйфә Рәхмәтованың дәртле һәм мауыҡтырғыс кисәләрен әле лә ауылдаштары һағынып иҫкә ала.
Шулай ҙа бала саҡтан һайлаған һөнәрен һағыныу, уҡытыусылыҡ эшенә кире ҡайтыу теләге күңелендә һәр саҡ йөрөй. Ниһайәт, Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы 2015 йылда кире мәктәпкә ҡайта һәм башкөллө яратҡан эшенә сума. Танһыҡ һәм күңеле ҡушҡан эшкә ең һыҙғанып тотонған уҡытыусының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй: уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында призлы урындар яулай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүселәр рәтен тулыландыра.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала Дилфүзә Мәмбәтова – район күләмендә еңеүсе, Наҙгөл Ҡоломбәтова, Зөһрә Мәмбәтова, Лиана Түләшева призерҙар булды. Дилфүзә Мәмбәтова – әле Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенең I курс студенты. Республика кимәлендә үткәрелгән “Ғабдулла Туҡай моңдары” бәйгеһендә шағирҙың шиғырын сәхнәләштереү буйынса номинацияла тәүге йыл өсөнсө урын алһаҡ, былтыр еңеүсе булдыҡ, – ти әңгәмәсем.
Коронавирус эпидемияһына бәйле дәрестәр күпселек дистанциялы алымда үтеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмемәгән. Киреһенсә, онлайн конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, төрлө конференцияларҙа әүҙем сығыш яһағандар, төрлө шиғри һәм йыр флешмобтарынан да ситтә ҡалмағандар. Мәктәп фольклориадаһы конкурсында район кимәлендә “Халыҡтарҙың милли кейемдәре” номинацияһында Нургизә Рәхмәтова еңеүсе булһа, “Мәжит Ғафури уҡыуҙары-2020” конкурсында Алтынай Ҡәйепова, Ралина Ҡоломбәтова, Гүзәл Тасбулатова икенсе урын яулаған. Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевкә арнап үткәрелгән шиғыр конкурсында Алтынай Ҡәйепова номинант булған.
Бар яҡлап уңған һәм тәжрибәле педагог мәктәптә “Башҡорт фольклоры” түңәрәген етәкләй һәм халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын, милли байрамдарын йәш быуынға өйрәтә, халыҡ ижадына ҡарата ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә уларҙы сәхнәләштерә лә. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә фольклор байрамдарында бик теләп һәм әүҙем ҡатнаша.
Тормош иптәше Ғәлиәхмәт Рәхмәтов – белем усағы директоры.Татыу ғаиләнең йәме булып ҡыҙҙары Нургизә үҫә.
Хыялдарҙың ҡасан да тормошҡа ашыуын геройым яҡшы аңлай, шуға күрә яратҡан эшенән йәм һәм тәм табып йәшәй, яңы уңыштарға өлгәшә.