Бөгөн баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап “Этношәмбе” үткәрелде.
Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар уға ныҡлы әҙерләнгән. “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!” тип аталған милли-мәҙәни көнгә төрлө матур саралар планлаштырылғандар: өлкән класс уҡыусылары башҡорт телендә диктант яҙҙы, ә бәләкәйерәктәр “Сәсәндәр бәйгеһе”ндә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү маһирлығында көс һынашты.
"Тыуған республикабыҙҙың гүзәллеге менән таныштырған дәрес-концерт, һынлы сәнғәт өлгөләрен ҡарау балаларға бик фәһемле булды, – ти гимназия директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Иманғолова. – Уҡыусыларға шулай уҡ видеояҙма аша шағирә Зөлфиә Ханнанова менән осрашыуҙы күрһәттек, “Шиғриәт донъяһы” тигән яттан шиғыр һөйләү сараһы үткәрҙек. Буласаҡ Ватан һаҡсылары ”Йәгеҙ әле, егеттәр!” хәрби-спорт ярышында көс һынашты, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын тыңланы, батырҙарыбыҙҙың аманатына тап төшөрмәҫкә, лайыҡлы улдар булырға һүҙ бирҙе".
Матур фотолары менән бүлешкәндәре өсөн гимназия хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәбеҙ.