Балаларҙы тормош сәскәләренә тиңләйҙәр. Минең өсөн дә Сибай гимназия-интернатында белем алған уҡыусыларым гөл-сәскәләр ише. Сәс толомдарына таҫмалар үргән, аҡ алъяпҡыслы ун беренселәрем юғарыға ынтыла, ижади баҫҡыстарға үрләй, ҙур уңыштарға ирешә, бәләкәй генә аҙымдар менән оло тормошҡа атлай... Беҙҙең класта тик уңғандар ғына уҡый, тип ғорурланам уҡыусыларым менән. Бөгөн мин класымдағы илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә ҡыҙҙарым менән таныштырмаҡсымын.
Талантлы бала бөтә яҡтан да талантлы, тигән бер аҡыл эйәһе. Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан уҡырға килгән Айгизә Әбдисова ла шундайҙарҙан. Ул үҙен гимназия-интернатта алтынсы йыл уҡыу дауамында төрлө яҡтан асты. Йәштәштәре араһында гуманитар фәндәрҙе генә түгел, теүәл фәндәрҙе лә яҡшы үҙләштереүе менән айырылып тора. “Бишле” билдәләренә генә уҡыған ҡыҙ көндәлек дәрестәргә әҙерләнеүҙән тыш, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашыуға ла ҙур иғтибар бирә.
Мәктәп, ҡала, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараларҙа һәр ваҡыт еңеүсе исемен яулай. Фән олимпиадаларында, төрлө конференцияларҙа үҙ көсөн күп тапҡыр һынаны. Барлыҡ сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ла ул. Ике йыл рәттән уҡыуҙа күрһәткән юғары күрһәткестәре өсөн “Йыл уҡыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Икенсе уңған ҡыҙыбыҙ – Йылайыр районының Байғужа ауылынан Нәфисә Сыңғыҙова. Ул беҙгә үткән уҡыу йылында ғына килеп ҡушылыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала йәштәштәре менән уртаҡ тел табып, гимназиябыҙҙағы мөхиткә яраҡлашып китте. Бар кешене ауыҙына ҡаратырлыҡ оҫталығы, сәнғәти һүҙгә маһирлығы бар уның. Шиғырҙарҙы ла тулҡынландырғыс, йөрәк ҡылдарын ҡуҙғатырлыҡ, рух ҡанаттарын талпындырырлыҡ итеп уҡый Нәфисә. Бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнгәне лә әллә ҡайҙан күренеп тора. Матур бейеүе, нәфис һүҙгә әүәҫлеге бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ш. Бабич исемендәге “Халҡым өсөн” район конкурсында беренсе урын яулай. “Сибай һылыуҡайы” бәйгеһендә сығыш яһарға ла батырсылыҡ итте зирәк ҡыҙ. Тасуири һөйләү оҫталығы менән ҡала халҡын таң ҡалдырып, икенсе урын алды. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты тарафынан башҡорт теленән олимпиадала өсөнсө дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.
Сәскә кеүек өсөнсө һылыуыбыҙ – Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы Гөлмирә Ғарифуллина. Фәндәрҙе бер тигеҙ үҙләштерә, шулай ҙа тел өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирә. Йылдан-йыл яңы үрҙәр яулай, тәжрибәһен арттыра. Бәләкәйҙән шашка серҙәренә төшөнөп үҫкән ҡыҙ республика кимәлендә икенсе урын яулаған. Үҙаллы көнсығыш бейеүҙәрен өйрәнеп, матур сығыш яһай, гимнастика, еңел атлетика менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Төрлө яҡлап һәләтле, хатта ҡул эштәренә, атап әйткәндә, ҡағыҙҙан һындар эшләүгә – топиарийға оҫта. Р. Ғарипов исемендәге республика уҡыуҙарында икенсе урын яуланы. Ҙур ҡаҙаныштарының береһе – “Урал батыр” эпосын уйын формаһында өйрәнеү өсөн инглиз һәм рус телдәрендә төҙөгән махсус карточкалары. Йыр бәйгеһендә лә үҙен һынап ҡарай Гөлмирә. Төбәк-ара “Урал аръяғы тауышы”нда ла ҡатнаша.
Тырышып белем алған, гимназия тормошонда ҡайнап йәшәгән, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, ижади конкурстарҙа, республика олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларым менән сикһеҙ ғорурланам. Уларҙы ваҡытында күргән, үҫтергән, күңелдәренә ҡанат ҡуйған, дәрт өҫтәгән уҡытыусыларҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тап ошондай эшһөйәр, тырыш, күптәргә өлгө булырлыҡ ҡыҙҙар менән еребеҙ матур һәм, әлбиттә, киләсәк – улар ҡулында.