Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2021, 08:47

Киләсәк – белемлеләр һәм һөнәрлеләр ҡулында

Күп профилле колледж – башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләгән уҡыу йорто.

Мәктәптә уҡыған саҡта, дөрөҫөрәге, VIII кластан һуң баш ҡалабыҙҙың педагогия училищеһына уҡырға барыу уйы менән яндым. Маҡсат – уҡытыусы булыу. Хәйер, бындай теләк күңелдә нисек тиҙ барлыҡҡа килһә, шулай уҡ йәһәт кенә һүрелде. Уның ҡарауы, бында белем эстәү бәхете тәтемәһә лә, педагогия училищеһында практика үттем, артабан мәктәптә уҡытыусы булып эшләргә лә тура килде. Унан тыш эш буйынса ла был уҡыу йортонда күп тапҡыр булғаным бар. Күптән түгел иһә Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер БАЯЗИТОВ менән осрашып һөйләштек. Әңгәмәне гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.


– Был уҡыу йортон бығаса педагогия училищеһы тип белә инек...

– Мәғлүм булыуынса, был – ябай педагогия колледжы түгел, ә күп профилле һөнәри белем биреү ме­нән шөғөлләнгән уҡыу йорто. “Күп профилле” тигәне күпте аң­ла­та. Беҙҙең маҡсат – ҡыҙ һәм егет­тәргә төплө һөнәри белем һәм күркәм тәрбиә биреү. Үҙ сиратында, ниндәй ҙә һөнәрҙе алғас, һәр бере­һен эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә булышлыҡ итеү. Ҡыҫҡаһы, ҡул­дарына диплом алған студенттарға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурыс тип һанайбыҙ.


– Бер нисә уҡыу йортон ҡушыу нимәгә килтерҙе?

– Был ҙур эш Башҡортостан Хөкүмәте ҡа­рары менән 2012 йылда башланғайны, маҡсатлы баш­ланғыс бер йыл эсендә тамамланды. Өс белем усағын – 1-се педагогия колледжын, 38-се һөнәрселек училищеһын һәм 3-сө педагогия кол­леджын берләштереү һөҙөм­тәһендә ҙур белем усағы барлыҡҡа кил­­де. Беҙҙең бынамын тигән ике уҡыу корпусыбыҙ бар. Рәсәй ура­мындағы уҡыу корпусында тормош нисек гөрләһә, Малая Щелководная урамындағында ла шундай уҡ хәл. Студенттарҙың тырышып-тырмашып белем үрҙәренә ынтылыуын күреү – шатлыҡ та, ғорурлыҡ та. Был ике арала саң ҡунмай: бере­һенә иртә менән барып, эштәрҙе ойошторам да, икен­сеһенә ашығам. Бына әле ге­нә Рәсәй урамындағы корпустан килеп торам.
Студенттар һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған дө­йөм ятаҡта йәшәй, ул – 600 урын­лыҡ. Өфө ҡалаһынан 810 бала белем ала.

Ҡулайлаштырыуҙың үҙенә күрә ыңғай яҡтары ла бихисап. Күп профилле уҡыу йорто статусы бирел­гәс, беҙҙә һөнәр алыу йүнәлештәре артты. 2020 йылды имен-аман үткәреп ебәрҙек, тип ҡыуанабыҙ. Көсөргәнеш студенттарҙы ҡабул иткәндә ныҡ ҡына һиҙелде: колледжда уҡырға теләүселәр күп ине. Мәҫәлән, бер урынға – ун, хатта ун ике кеше дәғүә итте. Конкурс бу­йынса программист һөнәренә бер урынға – 12, физкультура уҡытыусыһына 10 кеше тура килә ине. Шулай уҡ башланғыс класс уҡытыусыһына уҡырға теләүселәр бихисап. Әйткәндәй, башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү йәһәтенән күп профилле колледж – Өфө ҡалаһында берҙән-бер уҡыу йорто. Беҙҙә ҡыҙҙар күберәк уҡый, улар 60 процент тирәһе, ҡалғаны иһә – егеттәр.


– Сынтимер Биктимер улы, һеҙ “һөнәр” тигән һүҙҙе йыш ҡа­­батланығыҙ. Был нимәгә бәйле?

– Һөнәрле кеше – ҡораллы кеше, тигән башҡорт халыҡ мәҡәле иҫкә төштө. Уға һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар, тип тә өҫтәһәк... Ысынында йәштән ниндәй ҙә профес­сияға эйә булыу һис кенә лә насар түгел, кире­һенсә, уның ыңғай яҡта­ры бихисап. Беҙгә килгәндә, уҡыу йортондағы студент­тарға ундан ашыу йүнәлеш буйынса белем алыу мөмкинлеген биргәнбеҙ. Мә­ҫәлән, балалар баҡсалары тәр­биә­селәре әҙерләйбеҙ. ­Бәләкәстәр менән иртәнән алып кискә хәтлем кемдәр шөғөлләнә? Әлбиттә, тәр­биәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары. Бынан тыш, ­баш­ланғыс класс уҡы­тыусылары әҙерләйбеҙ. Бәләкәс­тәрҙе дөрөҫ яҙырға, шыма уҡырға, яңылышмай һанарға өйрәтеүсе педагогтар белем нигеҙен һалыу­сылар бит ул. Шулай уҡ программист, физ­культура уҡытыусыһы, адаптик физкультура уҡытыусыһы (һаулыҡ торошо буйынса мөмкин­лектәре сикләнгәндәр менән эшлә­гән педагогтар), тренер, костюм тегеүсе, дизайнер, ашнаҡсы, парикмахер һәм башҡа һөнәрҙәр – шуға асыҡ миҫал.


– Бөгөн колледжда күпме студент белем эстәй?

– Әле колледжда бөтәһе 1 890 студент иҫәпләнә, шуның 179-ы ситтән тороп белем ала, ә ҡалғаны уҡыуҙың көндөҙгө бүлеген һайла­ған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр IX кластан һуң – өс йыл да ун ай, ә XI кластан һуң ике йыл да ун ай уҡый.


– Педагогик коллективҡа күп нәмә бәйле – уҡыу сифаты ла, өлгәш тә, тәрбиә мәсьәләһе лә. Был тәңгәлдә директорҙың күңеле тынысмы?

– Колледждың юғары квалификациялы, көслө педагогик коллективы бар. Беҙҙә егермегә яҡын фән кандидатының эшләүе күпте һөйләй, был – һуңғы ике йылдағы күрһәткес. Ысынлап та, ошо ғалим­дар –ғорурлығыбыҙ! Улар төрлө тармаҡ буйынса кандидатлыҡ дис­сертацияһын яҡлаған. Педагогия, тарих, биология, филология йүнә­лештәре – шуға асыҡ миҫал. Улай ғына ла түгел, Рәсәй һәм Баш­ҡор­тостан кимәлендә ҙур уңыш ҡаҙанған уҡытыусылар күп.
Әйтәйек, Рәсәйҙең почетлы дөйөм урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәрҙәре Мария Полисовщикованы телгә алайыҡ. 2020 йылда Рәсәй кимәлендә ойошторолған конкурста Елена Төхвәтуллина өсөнсө урынды яуланы, был – ҙур еңеү. Бынан тыш филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, тарих фәндәре кандидаты Гүзәл Әсәҙуллина, дизайнерҙар әҙерләүсе Галина Порядченко һәм башҡалар – бүтәндәргә өлгө.

Өфө күп профилле колледжында ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт телен дә теләп өйрәнә. Туған телебеҙгә һөйөү уятыусылар – баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары, филология фәндәре кандидаттары Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, Гөлсәсәк Солтанова, бынан тыш Земфира Солтанова, Гүзәл Солтанова. Ғөмүмән, белем биреү учреж­дениеһында 145 уҡытыусы эшләй.


– Белеүебеҙсә, дәрестәрегеҙҙе студенттар ҡалдырмаҫҡа тырыша...

– Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланым. Балаларға күңел йылыһын йәллә­мәҫкә кәрәк, шул уҡ ваҡытта һө­нәреңде лә яратыу зарур.


– Гел генә баш баҫып уҡып ултырыу мөмкин түгел. Студент­тарҙың ялы нисек ойош­торол­ған?

– Был юҫыҡта студенттар өсөн бихисап мөмкинлектәр булды­рылған. Хореография ансамбле асылды, бейеүселәрҙең, бейергә өйрәнергә теләүселәрҙең артыуы шатландыра. Шуны иҫәпкә алып, уларға былтыр костюмдар тек­терҙек. Башҡорт, рус, сыуаш, мари һәм башҡа халыҡ бейеүҙәрен ихлас бейейҙәр, етәкселәре – Людмила Степанова һәм Айрат Нә­биул­лин. Йыр түңәрәге өсөн Венера Фәтхиева яуаплы, таланттар “Йәшлек-шоу”, “Башҡорт йыры” рес­публика конкурстарында ҡат­нашып, тәүге урындарҙы яулай. Артабан сәнғәт училищеһына йәки сәнғәт институтына уҡырға ингән йәштәр ҙә бар. Драма түңәрәге эшләй, етәксеһе – Рәзилә Ҡыуан­дыҡова. Эльмира Бохарбаева менән Алик Мортазин иһә студенттарҙы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй.


– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

– Мәғлүмәт төрлөсә һәм төрлө яҡтан бер туҡтауһыҙ яуа ғына. Ә инде ваҡытлы матбуғаттан алған яңылыҡты бер нәмә лә алмаштыра алмай. “Башҡортостан” гәзитенә килгәндә, баҫманың үҙенә хас йөҙө, йү­нәлеше бар. Элекке заман хәтер­ҙән сыҡмай, атайым киске аштан һуң мотлаҡ гәзит-журналдар уҡыр ине, айырыуса “Баш­ҡор­тостан”ды яратты, йыл да алдырҙы.


– Сынтимер Биктимер улы, һорауҙарға ихлас яуап биргә­негеҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас