Белем һәм тәрбиә
21 Февраля 2021, 07:05

Һәр кем уҡытыусы була алмай...

“Башҡортлоҡ – минең ҡанымда”, – ти Лариса Сәхибгәрәева.

Башҡортостаныбыҙҙағы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Илеш районы – илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр һәм уңғандар төбәге ул. Бында йырҙарыбыҙҙа данланған, үткәндәребеҙ тарихын һаҡлаған Ағиҙел, Сөн, Баҙы һәм башҡа бәләкәй йылғалар аға. Илеш районы республикабыҙҙың Саҡмағош, Дүртөйлө, Краснокама, Баҡалы һәм Татарстандың Аҡтаныш райондары менән сиктәш.



“Үҙ тыуған ереңдә туған телдә белем биреү – бәхет!”


Илеш районында Йылан, Елдәк, Гәрәй, Бүләр, Йәнәй һәм Ҡырғыҙ ырыуҙары вәкилдәре йәшәй. “Ошо ырыуҙар тарихын өйрәнергә теләү, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡы­тыу ҡанымдағы ата-баба­ларымдың туған телен – башҡорт телен то­йоуҙандыр, тип уйлайым. Башҡорт­лоҡ – минең ҡанымда”, – ти район үҙәге Үрге Йәркәйҙән 17 километр алыҫлыҡта ятҡан Исәмәт ауы­лындағы урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Лариса Сәхибгә­рәева. “Тағы уҡытыусы һөнәренә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнде. Әсәйем Фаягөл Шәмсетдин ҡыҙы 40 йылға яҡын Исәмәт урта мәк­тәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләне. Өләсәйем (ата­йым­дың әсәһе) Фәниә Мирза­сәлих ҡы­ҙы мәктәптә сит телдәрҙе уҡытҡан. Ә уның өләсәһе Наирә ҡарт­өлә­сәйем мөғәллимә булған”, – тип үткәндәргә байҡау яһай Лариса.
Хәҙер Илеш ҡыҙының уҡытыусы булып эшләүенә лә – 28 йыл. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын Аҡкүҙ урта мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып башлаған. Артабан юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем алған, шул уҡ ваҡытта балаларға белем биреүен дауам иткән. “Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ҡулыма диплом алғас, оҙаҡ уйлап торманым, тыуған яҡтарымда эшләүемде дауам иттем. Хәҙер туған мәктәбемдә балаларға башҡорт теле серҙәрен, башҡорт әҙәбиәте үҙенсәлектәрен өйрәтеүемә шул тиклем шатмын. Бик яратып башҡарам үҙ һөнә­ремде. Тыуған ереңдә туған телең буйынса балаларға белем биреү – үҙе бәхет бит ул”, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Лариса Рәмил ҡыҙына йөк­мәтелгән бурыстар бихисап: вожатый, директорҙың кластан тыш эштәрҙе ойоштороу буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уларҙың барыһын да бик ихлас атҡара ул. “Балаларҙы яратҡан кеше генә белем биреү ойошмаһында уҡытыусы булып эшләй ала. Ниндәй генә заманда йәшәмәйек, бала бала инде. Насар ҡыҙҙар һәм малайҙар юҡ. Ниндәйҙер бала тәрбиәһеҙ, тәртипһеҙ, тигән һүҙҙәргә лә ышанып бармайым. Мин һәр уҡыусыма шәхес булараҡ бағам, уларҙы һәр саҡ аңларға, ысын күңелдән яратырға һәм киләсәктә яратҡан һөнәрен һайлауҙа ярҙам ҡулын һуҙырға тырышам”, – ти Лариса Сәхибгәрәева. Ысынлап та, йө­рәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә, ихласлыҡ ҡына ихлас ҡараш барлыҡҡа килтерә, үҙ эшеңде яратып башҡарыу ҙа үҙ емешен бир­мәй ҡалмай. “Эшемдә иң мөһиме: уҡыусыларҙың холоҡ-ҡылыҡ­тарына, милләтенә, социаль хәленә ҡарамай, уларҙы яратыу. Ошо балалар – беҙҙең киләсә­гебеҙ”, – ти Лариса Сәхибгәрәева.


Заман башҡа – заң башҡа...


Бай башҡорт теле нескәлек­тәренә, милли батырыбыҙ Салауат­тың данлы яҙмышына, мәҙәниә­тебеҙгә, тарихи үткәндәребеҙгә һөйөү уята уҡытыусы. “Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, эшемдә яңы технологияларҙы ҡулланам, дәрестәремде мауыҡ­тырғыс, балаларҙы йәлеп итерлек, уларҙың күңелендә тел нескә­лектәрен уйылып ҡалырлыҡ итергә тырышам, – тип үҙенең эш алымдары менән ихлас таныштыра Лариса Рәмил ҡыҙы. – Компьютер, интернет, ксерокс, видеояҙмалар кеүек мөмкинлектәрҙе киң файҙа­ланырға тырышам. Уҡыусылар бер минут та эшһеҙ ултырмаһын, иғтибарын ситкә йүнәлтмәһен өсөн барыһын да эшләргә ынтылам. Бынан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә улар фекерҙәрен аныҡ, асыҡ итеп әйтергә лә өйрәнә”.
Лариса Рәмил ҡыҙының һәләтле уҡыусылар менән эшләү һөҙөмтәһе – уларҙың төрлө конкурс-бәйге­ләрҙә урын яулауы. Мәҫәлән, 2017 йылда Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса олимпиаданың республика этабында VIII класс уҡыусыһы Альбина Шәйхрәзиева беренсе урын яулаған. “Агронти-2020” Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеп сыҡҡан Лиана Насретдинова ла – уның уҡыусыһы. Бынан тыш, Лариса Сәхибгә­рәеваның “Ҡайынҡай” мәктәп урмансылығына етәкселек итеүенә лә егерме йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Был ойошма республикала икенсе урын яулаған.
Илеш уҡытыусыһы белде­реүенсә, йыш ҡына ата-әсәләр, балаларҙы мәктәп тәрбиәләй, тигән фекерҙә. “Бар башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына. Шуға иң тәүҙә әсә һөтө, әсә теле, атай терәк-таянысы, кәңәше менән һәр балаға дөрөҫ тәрбиә бирелергә тейеш, – тип үҙе­нең уй-тәьҫораттары менән уртаҡлаша Лариса Сәхибгәрәева. – Артабан ошондай уҡ тәрбиә балалар баҡсаһында, мәктәптә дауам итһә, ысын мәғәнәһендәге шәхес­тең тәрбиәләнәсәгенә ышаныс та арта. Шуға аҡ менән ҡараны, дө­рөҫлөк менән ялғанды бәләкәстән үк айыра белергә өйрәтеү зарур”.
Балаларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөүҙе, һин баш­ҡортса уҡырға, яҙырға һәм һөйлә­шергә тейешһең, тип кенә әйтеп уятып булмай, дәрестәргә ижади ҡараштың булыуы зарур, тигән фекерҙә Лариса Рәмил ҡыҙы. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йыл­дарҙа мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей. Бына ошо хәл борсой мине. Ни тиһәң дә, уҡыусылар менән эшләү бик мауыҡтырғыс. Дәрес­тәрҙе үҙең теләгәнсә ҡороу, балалар менән ихлас һөйләшеү, ҡай саҡта хатта уларҙың кәңәшсеһе, серҙәше булыу – бына ошолай һәр йәһәттән ҡыҙыҡ та, яуаплы ла уҡытыусы һөнәре. Өҫтәүенә, белем биреү ойошмаларында ҡыҙҙарға һәм малайҙарға дәрес үткәргән уҡытыусылар йәш булып ҡала”.
Тағы тыуған еренең һәм туған теленең киләсәге хаҡында ла борсола уҡытыусы. “Сығышыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ башҡорт икән, башҡорт булыуыбыҙ менән ғорурланайыҡ. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ күкрәк киреп, башҡорт тип ғорурланырлыҡ йәшәй алһа ине. Тел мәсьәләһенә килгәндә, балаларыбыҙ башҡорт телен яҡшы белеп, рус телен үҙләштереп, тағы ике сит телдә аралашып үҫһә, яҡшы булыр ине”, – ти Лариса Сәхибгәрәева.


“Гәзит-журналдарҙың һаны 25-тән артып китә ине...”


Үрҙә, һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына, тип яҙғайныҡ. “Бала саҡтан уҡыуға ҙур иғтибар бирелде. Атайым ҡайҙа ғына барһа ла, әҙәби китаптар һатып алып ҡайта ине. Матбуғат баҫмаларына яҙылған ваҡытта башта исемлек төҙөлә. Ундағы гәзит-журнал­дар­ҙың һаны 25-тән күберәк була торғайны”, – ти Лариса Рәмил ҡы­ҙы. Ул үҙе лә мәктәп уҡыусыһы булған сағында “Башҡортостан пио­неры” гәзитенә (хәҙерге “Йән­шишмә”) даими яҙышҡан. Ул саҡта Илеш районындағы Айһылыу Хәйретдинова етәкләгән йәш хәбәрселәр түңәрәгенә лә бик ихлас йөрөгән. Урта мәктәпте тамамлағас, республикабыҙҙа донъя күргән “Башҡортостан”, “Йәншишмә”, Илеш районының “Маяҡ” гәзиттәре редакциялары юлламаһы менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға ингән. “Бала саҡта йәш хәбәрсе булған йәштәштәремдең барыһы ла журналистика юлынан китмәне. Әлбиттә, тормошта һәр кемдең – үҙ хеҙмәт юлы. Хәҙер уларҙың араларында юристар, мәҙәниәт өлкә­һендә эшләгәндәр һәм минең кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлағандар бар, – тип уй-хәтирәләре менән уртаҡлашты Лариса Рәмил ҡыҙы. – Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем. Бала саҡтан булған уй-хыялымдың тормошҡа ашыуы, әсәйем, өләсәйҙәрем кеүек уҡы­тыусы булып эшләүемә сикһеҙ шатмын. Ата-бабаларыңдың тыуған ерендә киләсәк быуын вәкилдәрен туған телең серҙәрен өйрәтеү үҙе бәхет түгелме?!” Әйткәндәй, Лариса Сәхибгәрәеваның ҡыҙы Элина Башҡортостан дәүләт аграр университетының тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетында III курста уҡый. Ул ер төҙөлөшө һәм кадастр буйынса белгес буласаҡ.
Бөгөнгө геройымдың үҙ эшен шул тиклем ихлас, яратып, бар күңелен һалып башҡарыуына ҡарайһың да, таң ҡалаһың. Ысынлап та, балаларҙы яратҡандар ғына уҡытыусы һөнәрен һайлау хоҡуғына эйәлер. Ни тиһәң дә, уҡытыусы – ул балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү уятыусы, оло тормош юлына илтеүсе һәм хатта тормошта аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеүсе...


Илеш районы.
Читайте нас