Белем һәм тәрбиә
21 Февраль 2021, 14:00

Сибайҙар ҙа диктант яҙҙы

"Кешеләр хәҙер үҙ белемен тикшереп ҡарарға, үҙ телендә диктант яҙырға әүҙем теләк белдерә, шуға күрә сарала ҡатнашыусылар күп".

21февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә халыҡ-ара диктант уҙғарылыуға ҡушылды.
Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, уҡыу йорттары, ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм башҡа ҡатнашыусылар Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романынан өҙөк яҙҙы. Тексты лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Айһылыу Моталлапова уҡыны.
"Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә йыл һайын башҡортса диктант яҙабыҙ. Кешеләр хәҙер үҙ белемен тикшереп ҡарарға, үҙ телендә диктант яҙырға әүҙем теләк белдерә, шуға күрә сарала ҡатнашыусылар күп. Барыбыҙ ҙа яратып уҡыған романдан өҙөк булды, текст ауыр тойолманы", - тине Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы.
Фото: Айһылыу Моталлапова фотоһы.
Читайте нас