Белем һәм тәрбиә
25 Февраль 2021, 16:00

Конкурс еңеүсеһе кем?

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә республика һәм ҡала кимәлендәге педагогик конкурстарға йомғаҡ яһалды.

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2021”, “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” һәм “Йөрәгемде балаларға илтәм” ҡала конкурстарына йомғаҡ яһалды.
Шуны билдәләргә кәрәк, тотош донъялағы хәл-торошҡа бәйле, быйыл конкурс этаптары дистанцияла уҙғарылды. Бәйгелә барлығы 66 мөғәллимә ҡатнашты, араларында 16-һы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Йәш педагогтар - 21.
Өс аҙна дауамында конкурсанттар алты һынау үтте. Конкурстың ситтән уҙғарылған турында һәр береһе педагогик кейсты сисеү серҙәрен асты, дәрестәрҙә һәм класс сәғәттәрендә педагогик һәләттәрен күрһәтте, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре бирҙе, ораторлыҡ һәләтен күрһәтте. Аҙаҡтан барыһы ла "түңәрәк өҫтәл"гә йыйылды.
Шулай итеп, “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсында 58-се лицейҙан Әлфиә Ғәзизова еңде. Шулай уҡ “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2021” һәм “Йөрәгемде балаларға илтәм” ярышы еңеүселәре лә билдәле булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас