Шаран районы халҡы өсөн бөгөн иҫтәлекле ваҡиға булды – Шаран ауылының 1-се урта мәктәбендә 250 урынға иҫәпләнгән төкәтмәне (башланғыс класс балалары өсөн) һәм ашхананы асыу тантанаһы уҙҙы.
Шул иғтибарға лайыҡ, был объект шарандарға һулар һауа шикелле кәрәк ине, сөнки йылдан-йыл 1-се класҡа уҡырға килеүселәр һаны арта. Әле иһә бер сменалы белем усағында 787 уҡыусы иҫәпләнә, ә башланғыс кластарҙа – 344 ҡыҙ һәм малай.
– Бөтәһе лә балалар өсөн, тигән ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған, – тип һөйләй Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов. – Уҡыусыларҙың шат йөҙөн, белемгә ынтылышын күреү-тойоу белем усағында тыуҙырылған уңайлы шарттар тураһында һөйләй.
Белем биреү учреждениеһында уҡыусы балалар яҡшы туҡлана, ашханала саҡта ҡунаҡтар мәктәп ризығынан ауыҙ итте, хеҙмәт, логопед, психолог кабинеттары менән танышты. Бында хатта уйын бүлмәләре лә бар.