Бөгөн Өфөлә XVI “Өлкән кластар өсөн ФИНАТЛОН” Бөтә Рәсәй финанс ғилеме, финанс баҙары һәм финанс хеҙмәттәренән файҙаланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса олимпиадаһы финалы уҙғарыла.
Былтыр Башҡортостандан был сарала 50 кеше ҡатнашҡайны. Быйыл иһә беренсе этапта ҡатнашыуға ике мең самаһы уҡыусы ғариза тапшырған, шуларҙың 250-һе финалға сыҡты.
Олипиадала ҡатнашыусылар биш тест күнегеүенән торған яҙма эште башҡара, һайланған темаға эссе яҙа, ике кейстан торған мәсьәләләрҙе сисә, шулай уҡ блиц-уйында ҡатнаша. Еңеүселәр һәм призерҙар өсөн йомғаҡлау саралары мартта Мәскәүҙә үтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Өлкән кластар өсөн ФИНАТЛОН” Фән һәм юғары белем министрлығының олимпиадалары исемлегенә инә, шуға күрә унда еңеүселәргә һәм призерҙарға илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына иҡтисади йүнәлештәр буйынса уҡырға ингәндә ташлама бирелә.
Фото: trade.bashkortostan.ru