Белем һәм тәрбиә
27 Февраль 2021, 13:00

Мәктәптә туҡланыу сифаты борсоһа...

Һорауҙарығыҙҙы бөгөн үк ебәрә алаһығыҙ. Уларға министрҙар тура эфирҙа яуап бирәсәк. Барыһы хаҡында - яҙмала.

Ата-әсәләрҙе балаларының мәктәптә нисек туҡланыуы һәр ваҡыт борсой. Бирелгән аҙыҡ файҙалымы, тәмлеме, бала ашап бөтөрәме? Башҡортостан юлдаш телеканалы ошо мәсьәләләргә арналған брифинг үткәрәсәк.
Сара тура эфирҙа барасаҡ. Унда мәктәп менюһы, аҙыҡ төрҙәренең ни тиклем сифатлы булыуы, балаларға ниндәй ташламалар ҡаралыуы һ.б. тураһында һөйләшеү ҡаралған. Студия ҡунаҡтары - республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Мәктәптә туҡланыуға бәйле һорауҙарығыҙҙы бөгөндән үк Башҡортостан юлдаш каналы төркөмөндә ҡалдырырға мөмкин. Һылтанма: https://vk.cc/bYYz2q
Трансляция 1 мартта 19.00 сәғәттә башлана. Ситтә ҡалмағыҙ.
Читайте нас