Мәктәп – уҡыусыларҙың икенсе йорто, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, сөнки уҡыусыларҙың ярты ғүмере шунда үтә. Тимәк, ул йылы, уңайлы булып, балаларҙы үҙенә саҡырып торорға тейеш.
Ниғәмәт мәктәбе 1978 йылда төҙөлгән. Ошо дәүер эсендә күпме балаға белем биреп, оло тормош юлына сығарған белем усағы ул. Беҙгә тиклем эшләгән оло быуын уҡытыусылары бар көстәрен һалып, мәктәптең данын республика кимәленә сығарған. Бөгөн эшләгән уҡытыусылар ҙа мәктәптең бәҫен күтәреп, оло быуындың намыҫына тап төшөрмәй район һәм республика кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар ала. Тик балаларҙы юғары кимәлдә уҡытыр өсөн уларға уңайлыҡтар булдырырға кәрәк.
Һуңғы бер нисә йыл эсендә күп кенә яҡшы үҙгәрештәр ҙә булды, әлбиттә. Уның өсөн коллектив ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне. Ләкин барыһын да эшләргә беҙҙең үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәй, сөнки ул ҙур аҡсаға бәйле. Әле беҙҙең иң ҙур проблема – иҫкергән тәҙрәләр. Бер нисә йыл элек мәктәптең ҡояш төшмәгән яғына ҡарап торған тәҙрәләрен алмаштырғайнылар, ә бына көньяҡ яғы шул килеш тороп ҡалды. Улар шул тиклем иҫкергән, үҙҙәрен асып та, йыуып та булмай. Бер яҡтан, ул бүлмәләрҙең йәмен ебәреп торһа, икенсе яҡтан, көҙҙән алып яҙға тиклем бүлмәлә ел уйнай. Шуға күрә быйылғы уҡыу йылында мәктәп “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡушылды һәм шуның сиктәрендә тәҙрәләрҙе яңыртыуға ирешер өсөн бик күп көс һала.
Хыялыбыҙ – тәҙрәләрҙе яңыртып, яҙмыш елдәренә лә, тәбиғәттең һыуығына ла бирешмәй янып эшләргә. Ә уҡыусыларыбыҙҙы мәктәптең яҡты һәм зауыҡлы тәҙрәләре ҡыуанып ҡаршы алып һәм оҙатып торһон ине.