Резеда Хәмитова – тыумышы менән Илеш районының Иштирәк ауылынан. Бында урта мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Өфөгә юллана. Йәш ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетына бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ уҡырға инә. Мәктәптә нисек тырышып уҡыһа, юғары уҡыу йортонда ла алдынғылыҡты бирмәй. Уға уҡыу еңел бирелгән, бигерәк тә тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен яратҡан.
Резеда Ризалун ҡыҙы бөгөн Өфө районының Алексеевка урта мәктәбендә эшләй, балаларҙы башҡорт теле нескәлектәренә төшөндөрә, әҙәбиәт аша тәрбиәләй. Эштәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Рәсәй кимәлендәге мәртәбәле премия алған, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Бөгөн иһә һеҙгә Резеда ХӘМИТОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялланыуығыҙ тураһында әйткәйнегеҙ. Педагог һөнәре һеҙҙең өсөн нимә?
– Педагог – ул уҡытыусы ғына түгел, ә бөгөнгө быуын йәштәрендә ватансылыҡ, кешелеклелек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, зауыҡ, хатта эшҡыуарлыҡ сифаттары ла тәрбиәләгән бөйөк шәхес ул. Сөнки уға иң ҙур әйбер – тәрбиә ҡоралы – тапшырылған. Шул ҡоралды дөрөҫ файҙаланһа, маҡсатына мотлаҡ ирешәсәк, йәғни уның ҡулында Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге тәрбиәләнә. Әгәр ҙә бергәләп ошо бурыстарҙы үтәһәк, үҙ телен яратҡан милли рухлы, ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына битараф булмаған шәхес тәрбиәләй алырыбыҙға бөтә күңелемдән ышанам. Ысынында, илебеҙҙең киләсәге педагогтар ҡулында. Педагогик принцибым – балаға асылырға ярҙам итеү, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙырыу. Балалар мәктәпкә, һүҙ ҙә юҡ, ҙур ышаныс менән килә. Уларҙың күҙҙәрендә яңылыҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы, ынтылышты күреп ҡыуанам. Был теләкте һүндермәҫкә тырышам. Хәҙерге ҡатмарлы заманда педагогтан әллә күпме көс, хеҙмәт, энтузиазм, күңел йылыһы талап ителә. Быны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, хеҙмәт юлымды башлағас та аңланым.
1996 йыл ине. Беренсе дәрес. 28 пар күҙ миңә төбәлгән. Уларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та, ышанмаусанлыҡ та, ихласлыҡ та, битарафлыҡ та сағыла. Ләкин һәр кем ниндәйҙер яңылыҡ, яҡшы хәбәр көтә. Ошо төрлө балаларға – башҡортмо ул, татармы, сыуашмы, әрмәнме, үзбәкме – милләтенә ҡарамай, башҡорт теленең бөйөклөгөн, нескәлеген аңлатырға тейешмен.
Халҡымдың ғөрөф-ғәҙәтенә, моңона һөйөү тәрбиәләү – мөҡәддәс бурысым. Ошо минуттан үҙемә ҙур эш йөкмәтелгәнен төшөндөм һәм булған белемемде, көсөмдө балаларға, киләсәк быуынға биреүҙе төп маҡсатыма әйләндерҙем.
– Туған телебеҙгә һөйөү ҡайҙан килә?
– Уҡытыусылыҡты осраҡлы рәүештә һайламаным. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Көнһылыу Ғайсар ҡыҙы Насретдинова был һөнәргә ҡарата мөхәббәт орлоҡтарын һалды. Ул күңел йылыһын биреп, иғтибарлы, ихтирамлы булыу серҙәренә өйрәтте. Эскерһеҙ бала йөрәгенә асҡыс табырға, һәр беребеҙҙе дәрескә ылыҡтырырға ҡайҙан көс тапты икән? Мәктәп йылдарында ошо уҡытыусы апай минең йөрәгемдә һүнмәҫлек ҙур дәрт уятты. Уның кеүек уҡытыусы булғым килде.
Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, дәрестә белем генә биреп ҡалмайбыҙ, ә тормош рәүешебеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе тотошобоҙ менән дә балаларға өлгө күрһәтәбеҙ.
– Педагогтарҙың береһе лә дәрестәр теҙмәһендә “тәҙрә” тигән төшөнсәне өнәп етмәй йәки һәр береһе дәрестәрҙе рәттән үткәрергә теләй. Ә һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
– Быға тыныс ҡарайым, уйлап ҡараһаң, теге йәки был эштәрҙе теүәлләргә ваҡыт бар. Мәҫәлән, дәфтәр тикшереп кенә ҡалмайым, икенсе көнгә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс материал һайлайым йә булмаһа интерактив күнегеү, текстар төҙөйөм. Ата-әсәләргә – рәхмәт хаттары, уҡыусыларға – дипломдар, грамоталар әҙерләйем. Бер ҡасан да буш ултырғаным юҡ.
– Һеҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ, бынан тыш бихисап сараларҙың уртаһында ҡайнайһығыҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?
– Балаларҙы яратыуҙы үҙеңдән башларға кәрәк, минеңсә. Бөтә булған ваҡиғаларҙы ыңғай ҡабул итергә тырышам, маҡсат иткән эшемде аҙағына еткермәйенсә туҡтамайым. Уҡыусыларыма өйрәнсек итеп түгел, ә ысын дуҫ, серҙәш, кәңәшсе итеп ҡарарға тырышам.
Белемеңде камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле һөҙөмтәләр бирә. “Уҡытыусы һәр саҡ уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала”, – тип атаҡлы педагог Константин Ушинский тиккә генә әйтмәгән. Ваҡыт һулышын тойоп, уның менән бергә атлап барырға ынтылғандарҙы заман кешеһе, тиҙәр. Тимәк, уҡытыусы ғүмере буйына белемен арттырырға, үҙ өҫтөндә эшләргә, йәғни эрудициялы булырға тейеш.
– Уңышлы кеше серҙәре менән артыҡ бүлешеп бармай тигән фекер “йәшәй”. Ысынлап та, шулаймы?
– Төрлөһө бар, фекерегеҙ менән килешмәйем тип әйтә алмайым. Шәхсән үҙемә килгәндә, сайтым бар, күп кенә методик йыйынтыҡтарым, оҫталыҡ дәрестәрем, класс сәғәттәрем, дәрес өлгөләрем шунда урынлаштырылған. Ярҙам, кәңәш һорап килгәндәрҙе кире бороп сығарғаным булманы. Тәжрибәм менән уртаҡлашырға һәр ваҡыт әҙермен.
– Бөгөнгө үҫмерҙәрҙе амбициялы, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған, тип ҡылыҡһырлайҙар, килешәһегеҙме?
– Үҫмерҙәрҙең талаптары төрлөсә, улар күпте белергә тырыша, юғарыға ынтыла. Маҡсатым – һәр ҡыҙ һәм егеткә ҡыҙыҡһындырыу аша ижади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу. Һәләтенә ҡарап, уның барлыҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алырҙай шәхес икәнен күрһәтеү ҙә – изге маҡсатым һәм педагогик фәлсәфәм.
Быуаттар сиге һәр саҡ йәмғиәттә булған эҙләнеүҙәр, социаль һәм этник үҙгәрештәр, яңы асыштар менән айырылып тора. Ошо быуат башында йәмғиәт беҙҙән туған телен, рус һәм сит телдәрҙе белгән, үҙенең һәм башҡа халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған, интернет селтәрендә иркен “йөҙгән” шәхес тәрбиәләүҙе талап итә. Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Уны ваҡытында асыҡлап, артабан үҫтереү – атай-әсәйҙең һәм уҡытыусының бурысы. Заман юғары мәҙәниәтле, белемле, мәғлүмәтле булыуҙы, тарихты яҡшы белеүҙе, алға ҡарап эш итеүҙе хуплай. Шуға ла йәш быуынды даими үҙгәреш, конкурентлыҡ шарттарында йәшәй алырҙай, инициативалы, бөтә яҡлап үҫешкән ижади шәхес итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ.
– Һәр баланың ҡулында гаджет-телефон, ул бөтә мәғлүмәтте шунан ала. Ҡыҙ һәм малайҙарҙа китап уҡыу мәҙәниәтен нисек үҫтерергә?
– Дәрестә гәзит-журналдар ҡулланырға кәрәк. Ысынлап та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә милли матбуғат баҫмаларын иркен файҙаланыу ҙур һөҙөмтә бирә.
Традицион рәүештә дәрес үткәреп кенә балаларҙа әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләп булмай. Уларҙа һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, мауыҡтырырға, әүҙемләштерергә, ниндәйҙер бер йүнәлеш бирергә кәрәк. Уҡыусыларҙа туған телдең нәфислегенә, образлы әйткәндә, уның мәғәнәүи биҙәктәренә төшөндөрөү кластан тыш сараларҙа ла дауам итә.
Заман туған тел уҡытыусыһынан нимә талап ителә? Ижади ҡараш, дәресте төрлө ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланып, үҙенсәлекле итеп үткәреү, үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләү. Ләкин заманса технологиялар, компьютер, мультимедиа ҡулланып дәрес уҙғарыу ғына алға китеү тигәнде аңлатмай әле. Тел белгесе Р.А. Күзбәкова билдәләүенсә, бала күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртер тере һүҙҙе бер ниндәй техниканың да алмаштыра алмаясағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ошолар менән артыҡ мауыҡмай, тәү сиратта, рух тәрбиәсеһе булыуын уҡытыусы онотмаҫҡа тейеш. “Һүҙ аша баланы халыҡтың рухи донъяһына алып инергә кәрәк” тигән бөйөк педагог К. Д. Ушинский.
– Бөтәһе өсөн яңылыҡ булған онлайн-дәрестәрҙе урап үтеү мөмкин түгел. Көтөлмәгән хәл менән ҡапыл осрашты мөғәллимдәр. Ҡайһыныһын һайлар инегеҙ – онлайн уҡытыуҙымы, офлайнмы?
– Ике форматта ла уңышлы эшләп киләм һәм тиҙ яраҡлаштым. Үҙ эшемдә традицион булмаған дәрес-онлайн-экскурсия, дәрес- конференция, үҙем төҙөгән тест-тренажер, интерактив күнегеү, интерактив исем туйы таҡтаһы кеүек эш төрҙәрен яратып ҡулланам. Уҡыусыларым да көтөп ала уларҙы.
Ҡыҙ һәм малайҙарҙың фән олимпиадаларында, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, тәүге урындар яулауы педагогик эшемде дөрөҫ ойоштороуымды раҫлай. Мәҫәлән, йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадаларҙа призлы урындар яулап торабыҙ. 2019 йылда – Эльвина Зотованың (IX класс), былтыр – Алһыу Дәүләтшинаның (XI класс), быйыл Вилдан Мостафиндың (VIII класс) еңеүе – шуға асыҡ миҫал. Күптән түгел XI класс уҡыусыһы Алһыу Дәүләтшина менән “Ҙур үтенес” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙөк, ижади эшебеҙҙе киң йәмәғәтселек ыңғай ҡабул итте.
– Һеҙ элекке уҡыусыларығыҙ менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Бөтәһе менән булмаһа ла, күптәре менән аралашып, осрашып торабыҙ. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан икән, тимәк, тырышлығым бушҡа китмәгән. Уңыштары – ул күп йыллыҡ хеҙмәтем емеше. Ауыр, яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, был һөнәрҙе һайлауыма һис тә үкенмәйем. Ғүмеремде бушҡа уҙғармағаным өсөн һөйөнөп туя алмайым. Үҙең яратҡан эштә уҙған ғүмер бәхет бит ул! Ҡыҙыҡ бер күренеш: мин уҡытып сығарған ҡыҙ һәм егеттәрҙең балалары ла мәктәпкә уҡырға килде.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
– Хәҙерге заман туған тел уҡытыусылары алдына ҙур бурыстар ҡуя. Уларҙы үтәү ныҡышмаллыҡ, түҙемлек талап итә. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда уҡыусыларҙың тел өйрәнеүгә ҡарата мөнәсәбәте ололарға, ата-әсәләргә лә бәйле икәнлеген онотмайыҡ. Үҙ телендә һөйләшкән кеше – тамырҙарын белгән рухлы кеше. Бөйөк ижадсы Рәми Ғарипов тиккә генә, телде белмәгән баланың аҡылы ла, рухы ла үҫмәй, тип иҫкәртмәгән.
Һөҙөмтәләрҙе күреү тағы ла ең һыҙғанып эшләргә көс, дәрт өҫтәй. Рус телле балаларға башҡорт телен өйрәтеп кенә ҡалмайым, ә Тыуған илгә, халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ла һөйөү тәрбиәләйем. Туған тел – милли мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө, милли киләсәк нигеҙе.
– Резеда Ризалун ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!