Белем һәм тәрбиә
2 Март 2021, 16:30

Һәр ҡаҙаныш - коллектив хеҙмәте емеше

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты даими үҫеш юлында.

Республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары араһында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты айырым урынды биләй. Унда, уҡытыусылар өсөн курстар ойошторолоуҙан айырмалы, төрлө саралар йыш үткәрелә.
"Һәр яҡлап үҫеш юлындабыҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләгәнбеҙ, – ти Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров. – Һүҙ ҙә юҡ, институттың һәр ҡаҙанышы уның хеҙмәткәрҙәре менән бәйле. Беҙҙә алты фән докторының, 26 фән кандидатының эшләүе күпте һөйләй. Өҫтәүенә, дүрт профессор һәм 16 доцент бар".
Азат Вәзир улы билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә фәнгә ҙур урын бирелде, республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороу һәр йәһәттән дә отошло.
Автор фотоһы.
Читайте нас